Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡырға ял итергә барып...

Фото: wallbox.ru
Фото: wallbox.ru

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл һыуға батыу осраҡтары күп. Уларҙың йәнә береһе Испанияла була. 

Был илдең билдәле курортында дүрт йәшлек улы һәм ире ҡатындың күҙ алдында фажиғәгә тарый. Малайҙың һыуға батып барғанын күреп, ҡотҡарыусылар шунда уҡ ярҙамға ашыға һәм һушһыҙ баланы ярға һөйрәп сығара. Уға яһалма тын алдырыу эшләйҙәр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмайҙар.

Улы менән ҡаңғырып йөрөгән әсә ҡапыл иренең дә юҡлығына иғтибар итә. Тиҙ генә ҡотҡарыу операцияһы башлана, унда полиция хеҙмәткәрҙәре, янғын һағы ҡатнаша, вертолет, һыу мотоциклы, катер бүленә. Ирҙең үле кәүҙәһен сәғәт ярымдан һуң ғына өс метр тәрәнлектә табалар.

Бына шулай күҙ менән ҡаш араһында ҡатын балаһыҙ һәм ирһеҙ ҡала. Франциянан Испанияға килгән ғаиләнең ялы фажиғәле тамамлана. Әле ҡатынға психологик ярҙам күрһәтелә.

Автор: Ә. ҒИЗЗӘТУЛЛИНА