Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күләүек кенә... ә ҡамасауы ҙур

Фото: “Бәйләнештә”
Фото: “Бәйләнештә”

Быйыл Хоҙай ямғырын йәлләмәне. Артығыраҡ та булып китте, ахыры. Ғәҙәттә, урам буйындағы бысраҡлыҡҡа ауыл кешеләре дәғүә белдерә. Ә бына “Инцидент” хеҙмәтенә килгән сираттағы ялыуға ярашлы, Өфөләге күләүек ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙыра икән.

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙең бик шәп тәртип урынлаштырыуығыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәбеҙ һәм һеҙҙең беҙҙең Башлыҡ булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һәм һеҙҙән ярҙам һорайым. Илайым һәм ҡысҡырам: ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ!!! Өфөлә, Транспорт урамындағы 50/2 һәм 50/3 йорттар араһындағы ихатала ҙуууур күләүек ята. Ул ҡыш та, йәй ҙә кипмәй. Әҙәмсә ихатаға инер урын юҡ. Сара күреүегеҙҙе һорайым”, – тип яҙа Михаил Калабин.

Эйе, был кем өсөндөр бик ваҡ мәсьәлә кеүек күренә. Тик бына тормоштоң сифатына, уңайлыҡҡа етәрлек кенә зыян килтерә. Сара күрелер тип ышанабыҙ.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА