Кисә Киров район судында былтыр бөтә илгә шаулаған хәл буйынса сираттағы суд ултырышы үтте. Былтыр октябрҙә юғары вазифалы полицейскийҙар хеҙмәттәштәре менән эш урынында кәйеф-сафа ҡороуы, унан дознаватель ҡыҙҙы өсәүләп көсләүе хаҡында яҙмаған матбуғат сараһы ҡалмағандыр. Ниһайәт, йәмғиәттә шау-шыу тыуҙырған эш судҡа барып етте, әммә кисәге ултырыш һөҙөмтәһеҙ тамамланған: күп томлы эштәрҙе ҡараған саҡта ғәйепләүсе ҡыҙ үҙен насар тойған, шуға ла ултырышты кисектереп торғандар. Әлбиттә, был сараны журналистар ҙа ситтә ҡалдырмаған. Дознаватель Г., уның бөгөнгө хәле, енәйәт эшенең үҙенсәлектәре хаҡындағы һорауҙарға уның адвокаты Ирина Вәлиева яуап биргән. Әйтеүенсә, уның клиентына психолог ярҙамы даими талап ителә. “Көсләнгән ҡыҙҙың әхлаҡи зыянды 100 миллион һумға баһалағаны дөрөҫмө?”, – тигән һорауға иһә адвокат: “Шәхесте көсләүҙе финанс саралары менән генә баһалап буламы?”, – тип яуаплаған. — Үткәндә үк әйткәйнем: иң мөһиме – беҙ тере, ә улар рәшәткә артында ултыра. Быны ниңә әйтәмме