Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ Профсоюздар федерацияһы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән.
Әле июндә үк Женевалағы Халыҡ-ара хеҙмәт конференцияһында Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев эш көндәрен кәметеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡайны, шулай уҡ “эш көнө” һәм “эш сәғәте” төшөнсәләренә ябайыраҡ ҡарарға саҡырғайны.
Профсоюздар ойошмаһында иһә эш аҙнаһын кәметеү хеҙмәт һәм ял төшөнсәләрен ҡулайлаштырыуға булышлыҡ итә, шул уҡ ваҡытта был эш хаҡын ҡыҫҡартыуға килтерергә тейеш түгел, тип белдерәләр.
Әлегә иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә ҡыҫҡа эш аҙнаһына яҡшы ниәттәрҙән түгел, ә финанс ауырлыҡтары кисергәндән күсәләр, үҙ сиратында был эш хаҡының түбәнәйеүенә килтерә. Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса рәсәйҙәрҙең яртыһы был ниәтте бөтөнләй хупламай.
Донъялағы миҫалдарға килгәндә, Яңы Зеландияла бер ҙур компания дүрт көнлөк эш аҙнаһына күскән. Хәҙер уның хеҙмәткәрҙәре аҙнаһына 30 сәғәт эшләй (быға тиклем 37,5 булған). Әйтеүҙәренсә, был хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырған, эш хаҡы кәмемәгән.
Автор: Г. Балтабаева