Ҡайһы бер балалар бигерәк уҫал, рәхимһеҙ була. Илдең төрлө төбәктәрендә көсөк, бесәй һәм хатта асарбаҡтарҙы язалауҙары, ут төртөүҙәре тураһында ишетеп сәстәр үрә тора.
Әлеге хәл иһә үҙенең ҡанһыҙлығы менән айырыуса шаҡ ҡатыра. 14 йәше лә тулмаған ике малай тере килеш тиҫтерҙәренә ут төрткән. Был хәл күптән түгел Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһында була.
Даня дуҫы менән магазин күтәрмәһендә осрашырға һүҙ ҡуйыша. Бала үҙе менән уйынсыҡ пистолет та ала. Магазин янынан үтеп барған ике үҫмергә малай пистолетын уларға төбәй кеүек күренә... Был “ҡылыҡ” уларҙың намыҫына шул тиклем тейә, күрәһең, улар Даняны ергә атып бәреп туҡмай башлай. Шунан ҡулдарына зажигалка алалар. Футболкаға шунда уҡ ут ҡаба. Ул нығыраҡ янып китһен һәм малай үҙе һүндерә алмаһын өсөн “садистар” уны икәүләп тотоп тора.
Тотош сайтта уҡығыҙ: https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/malay-a-ti-ter-re-ut-t-rtk-n/