Ҡала янында һауаға олғашҡан ут бағанаһы Өфө халҡының ҡотон алды бит. Һәр кем үҙенсә юраны – берәүҙәр нимәлер шартлаған тип хәбәр итһә, икенселәре Йоматау ауылы янында ҙур янғын сыҡҡан тип фаразланы. Йыбанмағандар быны тиҙерәк фотоға һәм видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалырға ашыҡты.
Баҡтиһәң, бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ икән. Магистраль торба үткәргестәрен ремонтлау менән бәйле ундағы газды яндырғандар. Эш көндөҙ башланған һәм махсус хеҙмәттәргә был хаҡта алдан хәбәр иткәндәр.