Бөйөк Еңеүгә 74 йыл үтһә лә, һуғыш шауҡымы иҫтә ҡалған. Бала кеше ныҡ хәтерле була, тиҙәр. 1941 йыл. Миңә 5 йәш. Ололар, ҡот осҡос һуғыш башланған, тип һөйләшә... Белорет районының бәләкәй генә Ҡаһарман ауылынан көн һайын икешәр, өсәр ир-егетте һуғышҡа оҙаталар. Иҫемдә: бының өсөн беҙҙең өй эргәһенә йыйылалар, сөнки йортобоҙ –ауыл уртаһында. Район үҙәгенә ат менән китәләр. Оҙатырға килгән кешеләрҙең зыу илашып ҡалыуы бөгөнгөләй хәтеремдә. ...Ҡайҙа ғына бармай,
ниҙәр генә күрмәй
Ир-егеткәй менән
ат башы... Һуғышҡа китергә сират аттарға ла етте. 1942 йыл. Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлә, шуға иң яҡшы аттар кәрәк икән. Ә колхоздың ат һарайы – ауыл уртаһында, беҙгә күрше генә. Яҙ ваҡыты ине. Иртәнсәк беҙҙең тирәгә халыҡ йыйылды. Һуғышҡа оҙатырға ат һайлап алырға килгәндәр, тип һөйләйҙәр. Бына малҡайҙар торған кәртәгә инделәр. Беҙ, биш-алты йәшлек малайҙар, ҡойма ярығынан ҡарайбыҙ. Аттарҙың иң яҡшыларын һайлайҙар. Мал табибы бейәләрҙе ныҡлап тикшерә: йәнәһе, тыу булһын. 15-ләгән