Әбйәлилдә үткән һабантуйҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров АҠШ-тан килгән билдәле актер Стивен Сигалға башҡорт милли көрәше алымдарын өйрәтте.
Голливуд йондоҙо быға тиклем башҡорт милли көрәше тураһында хәбәрҙар булмаған икән.
Һабантуйҙа Рәсәйҙең дүрт төбәгенән, республикабыҙҙын 19 районынан, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар араһында чемпион - Өфөнән Илфаҡ Ибәтуллин булды. Еңеүсе батыр тәкә түгел, ә автомобиль менән ҡайтып китте!
Фото: Олег Яровиков