Башҡортостанда 35 йәшлек Луиза Хәйруллинаның үҙе эшләгән банктан 23 миллион һум аҡса урлап, ғәйеп булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был дыуамал ҡатын һәм уның ғаиләһе хаҡында көндән-көн күберәк мәғлүмәттәр асыҡлана. Луиза барлыҡ социаль селтәрҙәрҙә лә үҙенең сәхифәләрен юйған. Уның ни бары бер нисә иҫке фотолары ғына һаҡланып ҡалған.
Таныштары Луиза менән уның ире Маратты һәйбәт, эшсән кешеләр тип һүрәтләй. Студент йылдарында уҡ танышҡандар, бергә 20 йыл йәшәйҙәр. Тәүҙә бер ҡыҙҙары, бер нисә йылдан икенсеһе донъяға килгән. Луиза үҙен һәр саҡ ҡарап, тәртиптә йөрөткән, спорт залына, матурлыҡ салондарына даими барған. Өлкән кассир вазифаһында һәйбәт кенә эш хаҡы алған. Үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймай, һәр саҡ асыҡ һәм аралашыусан ҡатын, тиҙәр таныштары. Төрлө сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәргә ярашлы, уның апаһы ла бар. Ул тәүҙә наркотиктар менән бәйләнгән, аҙаҡ төрмәгә эләккән ти белгән кешеләр. Луиза уның менән аралашмаған. Әсәләре иһә былтыр бауыр сиренән вафат булған. Атаһы ғүмере буйы