Халыҡ-ара башҡорт теле диктантында силәбеләр әүҙем ҡатнашты. Милләттәштәребеҙ өлкәнең 20 ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт теленән белемен һананы.
Силәбелә диктант ҡаланың дәүләт университетының Шәрҡиәт һәм Евразия факультеты бинаһында үтте. Был уҡыу йорто менән һуңғы осор башҡорт милли ойошмалары тығыҙ эшләй: башҡорт теле уҡытыусылары ултырышы уҙҙы, Зайнулла ишанға арналған уҡыуҙар бында ойоштороу планлаштырылған, башҡорт теле бүлеген асыу ҡаралған. Тап ошо бинала Башҡортостан мәғариф министры Айбулат Хажин эш сәфәре менән булып китте. Юл тапалған бында, ти диктантта ҡатнашыусылар ҙа.
Әйтеп үтергә кәрәк, Силәбе өлкәһендә башҡорт теленән диктант бишенсе тапҡыр үтә. Быға тиклем ул, башлыса Златоуст ҡалаһында уҙғарылып килһә, ике йыл уңайы өлкә кимәленә сыҡты. Хатта Силәбе хәкимиәте иғтибарын йәлеп итте. Төбәк Губернаторы башҡорт теле диктанты проектының тәжрибәһен өйрәнергә тигән ҡарар сығарҙы.
Ә был башланғысты сит телдәр уҡытыусыһы Әлиә Ноғаманова күтәреп сыҡҡайны. Милләттәшеб