Бер нисә йыл дауамында Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов тип таныштырып, өҫтәл әҙерләүҙе һәм уның иҫәбенә аҡса күсереүҙе талап иткән кешеләр тотолған.
Ул бер генә түгел, ә өс кешенең эше булған.
“Уларҙы тотҡандар һәм Өфөгә килтерҙеләр. Мин ғариза яҙҙым, уларға ышанған кешеләр шулай уҡ ғаризалар яҙған. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, нисек инде мин телефоныма аҡса һалығыҙ тип кемдәндер талап итә алам? Ресторандар менән дә проблема юҡ. Ҡасан теләйһең, инәһең дә ашайһың. Бындай алдауға ышанмаҫ өсөн заманса, уйлап эш итә торған кеше булыр кәрәк”, – тине ул.
Телефон аферистары тотолған. Улар Сочи һәм Ростов ҡалаһынан. Әле енәйәт эше тикшерелә.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Фото: Автор фотоһы