Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күп бала табырға ярамай

Һиндостанда ниңә бала табыуҙы сикләргә йыйыналар?

Унда 1,31 милиардтан ашыу кеше йәшәй. Был дәүләт халыҡ иҫәбе буйынса Ҡытайҙан ғына ҡалыша. Ә үҙендә социаль проблемалар етерлек, һөҙөмтәлә ярлылар арта, уҡый-яҙа белмәгәндәр ишәйә.

Тап шуның өсөн дә бында бәпәй табыуҙы сикләргә йыйыналар: ғаиләлә икенән күберәк бала алып ҡайтыуҙы тыйырға уйлайҙар. Закон проекты ғәмәлгә инә ҡалһа, өсөнсө сабыйҙы урындағы етәкселәрҙең ризалығын алғас ҡына табырға мөмкин буласаҡ.

Автор: В. ИСХАҠОВ.
Фото: wallbox.ru