Ҡайҙалыр бер бала токтан һуғылып үлгән, күрше районда янғында һәләк булғандар... Көн дә ишетелеп торған яңылыҡтар араһында бындай ҡурҡыныс хәлдәр етәһе. Күбеһенең сәбәбе – ата-әсәнең иғтибарһыҙлығы. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уҡыйбыҙ, кемдер ғәйеп ташлай, бәғзе берәү ҡайғы уртаҡлаша, һәм шуның менән вәссәләм. Ә ошондай уҡ хәлдең үҙе менән дә булыу ихтималлығы хаҡында кемдең уйлап ҡарағаны бар? ...Берҙән-бер көн иҙәндә машиналары менән уйнап ултырған балам беҙҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Ун йыл тирәһе яратып үҫтергән гөлөмдөң бер генә япрағын сәйнәп ҡараған. Баҡтиһәң, ул ағыулы үҫемлек булған. Кем ғәйепле? Әлбиттә, был гөлдө алған саҡта, киләсәктә балам булыр, ошоноң япрағынан ағыуланыр тигән уй башҡа инеп тә сыҡмаған бит. Ләкин әлеге хәлдән һуң ғына бөтөн гөлдәремде лә ентекле өйрәнергә, ағыулы-зарарлыларын ташларға, балаларға файҙалы булғандарын ғына алырға тигән ҡарарға килдем. Һәм тағы ла “Бындай ваҡытта сабыйға тәүге ярҙамды нисек күрһәтәләр икән?” тигән һорау тыуҙы. Әсәләрҙең күбеһе бала янғанд