Бер кешенең ҡанһыҙлығы арҡаһында Учалыла ете бала етем ҡалды...
Бөтә фажиғәнең сәбәпсеһе булған ир ҡатыны менән ике бала тәрбиәләгән. Улдары быйыл беренсе класта уҡыһа, ҡыҙҙарына биш йәш. Әлеге ваҡытта сабыйҙар мәрхүмәнең ата-әсәһе ҡарамағында.
Хилажевтарҙың өс йәшлек ҡыҙы тәтелдәп йөрөһә, улдары быйыл шулай уҡ мәктәпкә төшкән. Улар ҙа шулай уҡ өләсәһе менән олатаһы янында. Әсәләрен бөгөн ерләгәндәр, ә ғаилә хужаһы Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында реанимацияла ята. Әле аңына килмәгән.
Енәйәтсе ғүмерен ҡыйған өсөнсө ғаиләлә өс бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, икенсеһе туғыҙынсы класта уҡый. Ә улдарына биш йәш. Әсәйҙәре мәктәптә биологиянан белем бирә.
Психологтар бәләгә тарыусыларҙың яҡындары һәм балалары менән һөйләшеү алып бара.
Автор: Венер ИСХАҠОВ
Фото: Интернет селтәренән