Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туған мәктәптәге осрашыу

Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы Радий Хәбиров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Хәҙер бында Өфө дәүләт авиация техник университеты филиалы бинаһы урынлашҡан.

- Ике йыл элек беҙгә колледжды ҡуштылар һәм бүлмәләрҙә тығыҙ була башланы, - тине филиал директорының уҡыу буйынса урынбаҫары Елена Будник.

- Мин ӨДАТУ ректоры менән осрашҡанда был мәсьәләне күтәрәсәкмен. Мин уҡыған саҡта бында 700 тирәһе бала булдыҡ, ул саҡта уҡ ҡыҫынҡы ине. Уҡыу корпустары өсөн яңы бина кәрәктер ул, - тине Радий Фәрит улы.

Уҡыу йортоноң өсөнсө ҡатында төбәк етәксеһен көтөлмәгән яңылыҡ көткән. Уҡыусыһы менән аралашырға физика һәм башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусылары Әллүрә Сафиуллина менән Әнүәр Шәңгәрәев килгәйне.

Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА
Фото: Олег Яровиков фотоһы