Найти тему
Уралым Медиа

ҺАНДУҒАСЫМ ​ ҠАЙТТЫ

ҺАНДУҒАСЫМ ​ ҠАЙТТЫ.

Яҙҙар килде, һандуғасым ҡайтты,

Аҙашманы ҡайтҡан юлында.

Моңло итеп һайрай ҡыуаҡтарҙа,

Һағыныуҙарын һөйләй таңдарҙа.

Бик һағынып ҡайттың үҙ йортоңа,

Ағастарҙан таптың ояңды.

Үткән йылда ни булғандыр һиңә,

Нимә япты һинең юлыңды ?

Ауыр саҡта баҡсаларға сығам,

Һинең моңдарыңды тыңларға.

Һандуғастың моңло һайрауҙары,

Йәшәр өсөн миңә көс бирә.

Һандуғасым һинән үрнәк алам,

Һиңә лә бит еңел түгелдер.

Ямғырлы, һыуыҡ көндәрҙә лә ,

Һайрауыңды дауам итәңдер.

Һинең һайрауыңды тыңлай- тыңлай,

Иҫкә алам үткән көндәрҙе.

Тик әҙгә генә булһа ла,

Ҡайтһын ине йәшлек хистәре !

АШЫҠТЫРМА ​ КӨНДӘРЕМДЕ !

Ғүмерҙәрҙең һәр көнө ҡәҙерле,

Хәтеремдә матур саҡтарым.

Ашыҡтырма зинһар көндәремде,

Был доньяла йәшәп туйманым.

Көндәрҙән һуң ,айҙар осоп үтә,

Күрмәнем дә йылдар үткәнен.

Ғүмерем дә шулай осоп үтте,

Нисек үткәнен дә тойманым.

Ашыҡтырма зинһар көндәремде,

Уңалмаған һалған яралар.

Ғүмер йомғаҡтарын һүтә- һүтә,

Яҡынлаша беҙҙең аралар.

Ҡыҫҡа ғына шул ғүмер эсендә,

Күпме ғонахтарға батабыҙ.

Уйламайса ауыр һүҙҙәр әйтеп,

Араларҙы үҙебеҙ боҙабыҙ.

Ғонахлымын ,үҙем генә беләм,

Бер ғонахһыҙ йәшәп булмай шул.

Ғонахтарға үҙем яуаплымын,

Яҙаларын үҙем күрермен !

ҠӘҘЕР ИТ ҮҘЕҢДЕ !

Өймә үҙеңдең өҫтөңә,

Тормоштың барлыҡ йөгөн.

Үҙеңде ярат, ҡәҙерлә

Йәшә һин үҙең өсөн !

Уйламаһаң һин үҙеңде,

Ғәйепләмә кешене.

Әгәр һинән файҙа бөтһә,

Уйларҙармы үҙеңде ?

Ҡайғыртмаһаҡ үҙебеҙҙе,

Кешенән нимә көтәргә.

Көс- хәлебеҙ булған саҡта,

Үкенмәҫлек йәшәргә!

Үҙ яҙмышыңа хужа бул,

Үткәндәрҙе хәтерлә.

Үткәндәрҙе бороп булмай,

Ғүмер ул, миҙгел генә!!

МИН ДОНЬЯНЫ ЯРАТАМ!

Әкиәттәй матур тыуа ҡояш,

Алһыу таңға манып доньяны.

Күрә белһәң, донья шундай матур,

Һауаларҙа йөҙә таң нуры.

Шул гүзәллеккә һоҡланып,

Йәшәйем тип тырышам.

Ауырлыҡҡа бирешмәйем,

Тешемде ҡыҫып түҙәм.

Йәшәйһем килә был доньяла,

Саҡ алтмышты тултырғам.

Күпме мине һынаһаң да,

Мин сабырмын, бөгөлмәм.

Ҡарғамайым мин яҙмышты,

Рәхмәтлемен мин уңа.

Тормошомда ни булһала,

Өйрәндем мин түҙәргә !

БУМЕРАНГ!

Кешеләрҙең нийәттәрен,

Белеп булмай заманда.

Тормош үҙе бөтөнөһен,

Үҙ урынына ҡуя.

Тормоштағы бумерангты,

Ташлап китеп тә булмай.

Нисек йыраҡ ташлаһаң да,

Ә ул тик һине эҙләй.

Рәнйетмәгеҙ кешеләрҙе,

Улар хаҡына кереп.

Кеше хаҡы бумеранг ул,

Кире ҡайтыр әйләнеп!

ФӘҮЗИӘ ЕНГӘМӘ БАҒЫШЛАҒАМ!

Рәхмәт енгәм йәрҙәмеңә,

Ауыр саҡта ҡулың һуҙғанға.

Туғандарым минән боролғанда,

Һин һәр саҡ булдың минең янымда.

Ауыр саҡта ғына һынап була,

Кемдәр дуҫың, кемдәр дошманың.

Бурыслымын һиңә енгәм,

Изгелектә үтһен көндәрең.

Таҙа һау бул енгәм ауырыма,

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен!

Бер Хоҙайҙан көс, дәрт һорап,

Ҡуйған маҡсатыңа етәрһең!

Һин аңлайһың енгәм кеше хәлен,

Үҙ башыңдан үткәс ауырлыҡ.

Мин теләйем һиңә сәләмәтлек,

Ҡалған ғүмереңә етәрлек!

#творчество