Перевод-Дамир Шарафутдинов
начало
глава на русском языке (начало книги здесь)
Ҡыш арманһыҙ эш менән үтте. Көндөҙ Әлтүк бисәләр менән ат аранында иген елгәрҙе. Оҙон ҡышҡы кистәрен сыра яҡтыһында тире иләне. Эйәр-өпсөндө йүнәтте, яңыларын текте, арҡан иште, постромкалар яһаны. Һуғышҡа тиклем бындай эштәр менән шорниктар ғына шөғөлләнә торғайны. Аш яғы оҫтаханаға әйләнгән. Балалар соланда туҙып ятҡан йүгәндәргә, эйәр һәм ҡамыттарға эләгә-һөрөнә үтеп йөрөй. Өйҙә ҡайыш, киндер еҫе, әсегән он, тире еҫе менән ҡушылып, түҙеп торғоһоҙ һауа барлыҡҡа килтерә.
Иртә менән бригадир һыҙырылған тире, тоҙ, арыш һәм һоло ярмаһы алып килә, соланға йүнәтәһе эйәр-өпсөндө өйөп, әҙерҙәрен алып китә. Кеҫәһенән өлтөрәп бөткән дәфтәрен сығарып, ҡатынды һаран ғына итеп маҡтап алырға ла онотмай.
– Хуп, Әлтүк, өлгөрәһең. Сәсеүгә тиклем кәрәк-яраҡ әҙер булырға тейеш, хет бишкә ярыл! Бер һиндә генә инде өмөт. Үҙең беләһең, башҡа кеше юҡ. Тағы егерме трудодень өҫтәп яҙырмын.
Вы читаете роман "Цвета холодных лет". Действие происходит в чувашской деревне в Башкирии в довоенные годы. Книгу в мягкой обложке можно заказать по почте. Электронную версию книги можно скачать на моём сайте dinagavrilova.ru
Тышта буран уйнай. Өй эсен ҡайын сыраһының тигеҙ булмаған ялҡыны һүрән генә яҡтырта, стеналар буйлап шәүләләр уйнай. Күмере шыжлап иҙәндәге һыулы кәсәгә ҡойолоп тора. Әлтүк көҙгө боҫҡаҡ йөндө тетеү менән мәшғүл. Бәйләмгә эшкинмәй ул, унан бәйләнгән ойоҡ-бейәләй беренсе йыуыуҙан һуң уҡ ойошоп ҡуйыр. Ә бына быйма йә кейеҙ өсөн бик тә ҡулай.
Апаруҡ ҙурайған Полина, әсәһенең яратҡан йырын көйләй-көйләй, фронт өсөн бейәләй бәйләп ултыра. Яҡтыраҡҡа килеп, ул тырышып-тырышып һуҡ бармаҡ яғын сығара, йылы ойоҡ кейгән аяҡтары йыр көйөнә иҙәнде туҡылдата. Ерән бөҙрә сәстәрендә сыра ялҡыны уйнай. Ә күләгәһе ярты стенаны ҡаплап, шулай уҡ уйнап тора. Еля ла, апаһының йырлауына ҡушылып, ултырғыс тояғына тартылған сиратылған йөндө тағатып, йомғаҡҡа урай. Әлтүк әленән-әле тарағын ҡуйып тороп, янып бөткән сыраны алыштыра.
Пантелей өйгә хужаларса дөбөрҙәп килеп инде, атаһының ҙур толобон элеп ҡуйҙы, сәкмәнен сисеп ырғытты.
– Уф, төтәткәнһегеҙ бында, оҫтабикәләрем минең! Тын алырлыҡ түгел. Хәҙер һауа индерәм.
Еля йүгереп килеп ағаһының сәкмәнен мейескә киптерергә ҡуйҙы ла, уның биштәренә ҡыҙыҡһынып ҡараны:
– Ағай, ә бөгөн ҡуяндар күстәнәс ебәрҙеме?
– Ә һин тикшереп ҡара! Мин эшләгән арала, бәлки, берәй нәмә һалғандарҙыр.
– Бар-бар! Һалғандар! – Ҡыҙ һыуыҡ биштәрҙән туңған икмәк киҫәге сығарҙы. Таня менән икәүләп урмандан ҡайтҡан ҡуян күстәнәсен кимерергә керештеләр.
Ун өс йәшлек Пантелей мәктәпкә йөрөмәй. Ҡыш эсендә ул буйға үҫеп китте. Көҙҙән бирле ҡулынан һәнәк төшмәне, эҫкерт ҡалдыҡтарынан мәкинә, әүрәү, һалам ташыны. Ҡалын толобон кейгәндә, йыш ҡына атаһын иҫкә ала – бынау һыуыҡтарҙа ул фронтта нисек сыҙай икән? Фронтта йылы кейем етмәй тиҙәр. Бишбүләк районы буйынса фронт өсөн тип быйма, тун, бейәләй, ойоҡ йыйыу ойошторҙолар, тәмәке һәм сохари киптерҙеләр. Улар ғаиләһенә лә норма бирелде.
– Шунан, апаҡай, фронт нормаһын үтәнеңме? – Пантелеймон һыуыҡ устары менән ҡыҙҙың сикәләренә ҡағылды.
– Һипкелле алйот! – тип сәрелдәп һикенән һикереп төштө Полина. – Ҡара, нисә пар бейәләй менән ойоҡбаш бәйләнем!
Пантелей иҙәнгә төшкән бейәләйҙе кейеп ҡараны:
– Быны кейһәң, курокка баҫыуы уңайлы! – ул әсәһе янында ятҡан беҙҙе алды ла, тоҫҡаған ишара яһаны. – Бах! Ба-бах! Үлде!
– Мыйығы сыҡҡан, ә үҙе бала-саға һымаҡ!
– Эх, минең бейәләйем атайыма барып эләкһә… – тип хялланып алып китте ҡапыл Полина, күҙҙәрен ялтыратып. – мин уның эсенә хат яҙып һалыр инем…
– Эләгер, мотлаҡ эләгер! – Әлтүк кирелеп, арыған арҡаһын турайтты. – Ә беҙ үҙебеҙ атайыбыҙға посылка йыйып һалайыҡ! – Ҡапыл башына килгән уйҙан уның йөҙө яҡтырып китте. – Баллы сохари киптерербеҙ. Еля, Мария инәйеңә барып кил. Берәй кәсә бал һора, ә аҡсаһын мин аҙаҡ бирермен.
Үҙҙәре нисек тә сыҙар әле. Ә тегендә, фронттағы иренә өйҙән килгән сохари ярап ҡалыр. Алтын урынына булыр. Һуңғы хәбәре Ленинградтан ине. Ни булырын көтөп ултырғансы, уға посылка йыйып һалырға кәрәк! Йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр һалыр. Тыуған яҡтарын, уларҙы хәтерләһен өсөн, әрем ҡушыр. Ул йөн әйберҙәрҙе һәр ваҡыт әрем араһында һаҡлай.
Оҙаҡҡа һуҙмай, Әлтүк соландан йәшник табып алып, өйгә индерҙе. Балалар сохари әҙерләй башланы. Полина арыш икмәген йоҡа телемдәргә тураны. Валсыҡтарын йыйып, ашай барҙы.
– Фото булһа, посылка эсенә һалыр инек, – тип ҡысҡырып хыялланды ул. – Октябрь байрамдарына ауылға фотограф килгәйне лә, фотоға төшөргәйне.
– Уға аҡса кәрәк ине шул… – тип уфтанды Пантелей.
– Тәмле-е! – Еля ҡауырһынды балға манып, сохариға һөртә.
– Атайым ҡайтһамы – балды һоҫоп ашарбыҙ! – Кескәй Таня бал тамсыларын теле менән ялай.
– Беҙ уға хат та ҡушып һалырбыҙ, – тип балаларын ҡоса күңеле йомшап киткән Әлтүк. Ул, баллы икмәк киҫәктәрен табаға теҙеп, Пантелейҙан хат яҙҙыра. “Яҡшы йәшәйбеҙ. Асыҡмайбыҙ. Һине көтәбеҙ, көндәр һанайбыҙ. Һинең әсәйең, Рәйсә һеңлең, Арина килен һау-сәләмәттәр. Һиңә сәләм күндерәләр. Ҡәйнәм бөтөнләй күҙенән яҙҙы, бер ни күрмәй. Шулай ҙа өй эштәре менән булыша әле. Һыйырын үҙе һауа, хатта һыуға ла йөрөй. Еля барып уға ярҙам итә. Рәйсә фармала һауынсы булып тора, Арина иген елгәрә, трейерҙа эшләй. Яңыраҡ клубта йыйылыш булды. Самолетҡа аҡса бирергә өгөтләнеләр. Аҙна һайын халыҡты клубҡа йыялар ҙа, йә самолет, йә танк, йә займ, йә лотореяға көсләйҙәр. Һыйыр алырға тип йыйған аҡсаны тотош самолетҡа бирергә тура килде, ҡәбәхәт немецты тиҙерәк ҡыуыр өсөн. Марья ҡоҙасабыҙ һуңғы һарығын займға тип бирҙе. Еңеү өсөн тырышабыҙ шулай. Көҙөн ишек алдына тауҙай итеп картуф килтереп ауҙарҙылар. Фронтҡа киптерергә ҡуштылар. Беҙ уны йыуҙыҡ, таҙарттыҡ, йоҡа ғына итеп турап, ҡайнар һыуҙа бешекләп, мейестә киптерҙек…”
– Ух-х, тәмле картуф килеп сыҡҡайны! – тип Пантелей химик ҡәләмде төкөрөкләне. – Еля менән Таня кимерҙеләр инде шым ғына. Күрмәйҙәр, тигәндәрҙер! Әсәй, ә ҡасаныраҡ алыр икән атай посылканы? – Ул йәшниктең тышына ялан почтаһының адресын яҙа башланы.
– Оҙаҡламаҫ, Алла бойорһа. Бөтә поездар ҙа Ленинградҡа бара!
Если вам нравится роман, поддержите автора. Не посчитайте за труд поставить лайк( палец вверх) и поделиться в соцсетях со своими единомышленниками ссылкой на канал.