Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ял табынына - тәмле салат

Ял табынығыҙҙы ниндәй ризыҡтар биҙәй? Үҙ сиратыбыҙҙа ошондай рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Фото: receptisalatov.com
Фото: receptisalatov.com

Ял табынығыҙҙы ниндәй ризыҡтар биҙәй? Үҙ сиратыбыҙҙа ошондай рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Бының өсөн ярты килограмм тауыҡ түше, 220 грамм маринадланған ҡыяр, 150 грамм ҡаты сыр, 125 грамм аҡ, 125 грамм ҡара виноград, 50 грамм грек сәтләүеге, 100 грамм майонез, 100 грамм йогурт, бер аш ҡалағы гәрсис, тоҙ, ҡара борос, йәшеллек кәрәк.

Башта ике төрлө виноградты йыуабыҙ. Бер литр һыуға ике-өс ҡалаҡ тоҙ һалып ҡайнатабыҙ ҙа тауыҡ түшен һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ете минут бешерәбеҙ. Утын һүндереп, ҡапҡасын ябып, ҡайнаған һурпала 25 минут тотабыҙ. Итте алып һыуытабыҙ. Шунан майонезға йогурт, гәрсис һалып, һәйбәтләп бутап, тоҙлоҡ эшләйбеҙ.

Артабан һыуыған тауыҡ итен, маринадлаған ҡыяр, сырҙы ваҡлап турайбыҙ. Виноградты уртаға ҡырҡабыҙ. Сәтләүекте эрерәк итеп бүлгеләйбеҙ. Булған ингредиенттарҙың бөтәһен бергә ҡушып, тоҙлоҡ өҫтәп бутайбыҙ. Иң аҙаҡтан виноградты һалып болғатабыҙ. Салатты тәмләп ҡарайбыҙ ҙа тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Ҡыяр киҫәктәре, йәшеллек менән биҙәп, өҫтәлгә бирергә мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!