Кискә ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Ошондай рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!
800 грамм балыҡ (үҙегеҙ теләгәнсә), ике баш һуған, бер кишер, аҡ май, әнис һабағы, бер лавр япрағы, тоҙ, борос алабыҙ.
Башта балыҡтарҙы йыуып, эсен таҙартып, ҡанаттарын ҡырҡып, киҫәктәргә бүләбеҙ ҙә, тоҙ һибеп, ултыртып торабыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк, әнис һабағын ваҡлап турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ.
Табаны мейестә йылытып алып, аҡ май һалабыҙ (күберәк булған һайын тәмлерәк килеп сыға). Шунан кишер менән һуғандың яртыһын, балыҡты һалабыҙ ҙа, ҡалған кишер менән һуғанды өҫтәп, әнис һибеп, лавр япрағы ҡушып, ҡапҡасты ябабыҙ. 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!