Красноармейск районының Яҡуп ауылында һәм Арғаяш районының Бәжекәй ауылында ҡурай, ҡубыҙ һәм уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Уларҙы Раис һәм Лилиә Низаметдиновалар алып барҙы.
Сара Башҡортостан Республикаһының Силәбеләге даими вәкиллеге һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолдо.
#культура