1944 йыл. Перевод-Дамир Шарафутдинов
начало
на русском языке глава
Ҡырҡ дүртенсе йылдың ҡышы үтә ҡаты булды. Турғайҙар осоп барғанда үлеп төшә инеләр. Ҡырҡ градуслыҡ һалҡындар бөтә тереклекте өңдәргә һәм өйҙәргә боҫорға мәжбүр итте. Мәнәүезде ҡуйы томан менән ҡаплап, һауа монарланып торҙо. Йылға буйлап теҙелгән ауыл йорттарын билдәләп, мөрйәләрҙән һауаға ҡара төтөн күтәрелә. Мейестәрҙе ни эләгә, шуның менән яғалар.
Еля туңған тәҙрә аша ниҙер булһа ла күрергә яҫҡына. Ҡалын боҙҙо бармағы менән иретеп, кескәй тишек яһай. Саҡ ҡына йылымыс мейес башында көндәр буйы ултырып ялҡып бөткән. Бер аҙна инде әсәһе тышҡа сығырға рөхсәт итмәй. Иҫке балаҫты ябынып, тиҙ генә сығып инә ул. Әлтүк һуҡрана:
– Әй, хоҙайым, бала тәнен ҡапларлыҡ та сепрәк юҡ!
Брезент бейәләй кейеп, ул мейестән ҡарайған ҡайын ярҡаһын һөйрәп сығарҙы. Ауыр толомон күнеккән хәрәкәт менән яурын аша ташлап, кәсер менән сыра ярырға кереште. Уның әсәһе Марфа шулай әҙерләй торғайны. Ата-әсәһе Светловкаға күсеп сыҡҡаны бирле Әлтүктең йөрәге улар өсөн һыҙлай. Бындай сасҡау һалҡындарҙа уларға көн һайын йөрөп тә булмай. Йыраҡ йәшәйҙәр. Светловка ауылы ҡул һуҙымында түгел. Мунса яғып, әсәкәйен йыуындырып сығарырға ине лә. Ҡәйнәһе лә тамам күҙенән яҙҙы. Һыуға ла бара алмай, ташып ҡуйырға кәрәк. Рәйсә бикәсе ферманан бушамай, һыйыр һауа ла тиреҫ аҡтара.
Хужабикә ярылған сыраларын көлтәгә бәйләп, мейескә киптерергә һала. Ауыр уйҙарын тәҙрә шаҡыу бүлде. Төпләнгән быймаларын тыҡылдатып, туң ишекте шығырҙатып, өйгә күрше ҡатыны килеп инде. Мария ҡалын шаҡмаҡ шәлен систе, буҫтау сәкмәненең төймәләрен ысҡындырып, ҡуйы ҡара сәстәрен һыйпап ҡуйҙы.
– Әлтүк, бәлә, – тип өшөгән ҡулдарын ыуғыланы ул. – Мейескә яғырға бер нәмә ҡалманы. Ә һинең ҡулыңда ат бар. Урманға төндә барып, утын алып ҡайтайыҡ. Эт тә һиҙмәҫ!
– Унда бит лесник Ефим балта тотоп ҡарауыллай.
– Был һыуыҡта бер кем дә йөрөмәй ул. Бынау һалҡында, етмәһә төнөн, ҡарауылламаҫ. Йылыла бисәһен ҡосаҡлап ятыр.
– Ай-һай!..
– Беләһең бит, минең башҡа уй төшһә, кире сыҡмай!
Ҡатындар һәр эштә бер-береһенә теләктәш булырға күнеккән. Нескә буйлы, ҡарамаҡҡа сибек Мария бик сымыры ҡатын.
– Шывлауар урмансығында йәтеш урын бар. Ундағы сауҡалар йыуан түгел, шымалар. Беҙ унда көҙөн бәшмәк йыйғайныҡ. Ул яланды мин күҙ йомоп та табам. Каменкала бөтә ҡайынлыҡты ҡырып бөттөләр инде, паровоздарға яғып. Ә ниндәй ҙур ҡайынлыҡ ине!
Әлтүктең тиҙәге бар әле. Шөкөр, йәйен балалары тырышты. Ләкин сыраһы бөтөп бара. Туҙ урынына ла, шәм урынына ла йәтеш ул сыра. Ә сыраның иң шәбе, әлбиттә, йәш ҡайындан. Төтөнө булһа ла, еҫе тәмле. Ә ҡарағай сыраһынан көкөрт еҫе килә, төтөнө лә әсе. Яҡын-тирәлә ҡарағай ҙа ҡалманы инде хәҙер.
Ул мөйөштәге тәрегә ғәйепле ҡараш ташланы.
– Ярай, һинеңсә булһын. Барабыҙ. Ни булһа ла булыр.
Яңғыҙ ҡатын һәр эштә лә тик үҙенә ышанып өйрәнгән. Һалдатка тағы кемгә һыйынһын? Ире һуғышта, ә колхоз уставы буйынса бер ни ҙә ярамай: үҙең өсөн утын әҙерләргә лә, бесән сабырға ла. Әгәр ҙә барыһын да улар ҡушҡанса башҡарһа, күптән аслыҡтан, йә туңып үлгән булыр инеләр.
Әлтүк үҙе ҡарап терелткән Ветрогонды кистән өйгә алып ҡайтып ҡуйҙы. Шым ғына Мария менән уның килене Валя балта-бысҡы тотоп килеп еттеләр. Санаға ултырып, үҙҙәренә үҙҙәре имен юл теләп, сығып киттеләр урманға. Имән сана табандары еңел шыуа. Тик сана шағырҙауы ғына һалҡын һауала әллә ҡайҙа китә. Әлтүк ҡобараһы осоп тирә-яҡҡа ҡаранып бара. Тулған ай яҡтыһында, ниһайәт, Шывлауар урманы шәйләнде. Тәрән һырынтылар артында көтөлгән сауҡалыҡ. Юл буйына шомланып тын ғына килгән Мария еңел һуланы:
– Бына беҙҙең ҡайынлыҡ.
Әлтүк Ветрогонды ағаслыҡҡа борҙо. Ҡыҫҡа һүҙҙәр менән генә хәбәрләшеп, ҡатындар шымараҡ сауҡаларҙы һайланылар ҙа бысырға керештеләр. Тиҙ арала йылынып китеп, Әлтүк сисенеп үк ташланы.
Бысҡы һәм балта тауыштары тын урманға таралды. Эргәлә генә ҙур ҡоштоң осоп киткәне ишетелде.
– Кемдер килгән һымаҡ, – тип бышылданы Валя, урман ҡараңғылығына текләп.
– Баш ҡатырма, кем йөрөһөн бында, – тип тыйҙы уны Мария. Әлтүк тә урман тынлығына бик ентекләп ҡолаҡ һалды.
– Бындай төндә йүнле бәндә урманда йөрөмәҫ. Берәй януар-фәлән булмаһа.
Ҡапыл енәйәтселәр алдында урмансы пәйҙә булды. Петровка ауылынан ҡырҡ йәштәр самаһындағы ир ине ул. Сананан еңел генә һикереп төштө лә, биленән ҡарға сумды. Ҡатаҡ Тута ҡушаматлы Ефим атлы ир сәбәләнеп ҡысҡырҙы:
– Башбаштаҡ-лы-ыҡ! Мәш-шхәл! Мин һеҙҙе тлибуналға бирәм! Балта-бысҡығыҙҙы билегеҙ! Улалҙы суд аша алыл-ығыҙ! Штлаф түләгәс!
Ефим һаҡау ине, уның ни тип әйткәнен фаразлап ҡына төшөнөргә мөмкин. Шуның өсөн дә һуғышҡа алмағандар. Етмәһә, уның өҫкө ирендәре ярыҡ – ҡуян ауыҙ.
– Өйҙә туңабыҙ! Балаларҙы йәллә! – тип илаулай башланы Валя. – Һинекеләр йылы мейестә ултыралыр әле. Кеше бул! Бер нисә генә ағас! Рөхсәт ит!
– Билмәйем! – Лесник ҡатындарға балта тотоп ташланды. – Ҡылғынсылар! Мин һеҙҙе төлмәлә селетәм!
Мария фронтҡа ни сәбәптәндер бармай ҡалған ирҙәрҙе күрһә, ене ҡуҙғала ла китә. Ул асыу менән Ефимдың күкрәгенә төрттө:
– Ҡырғынсылармы?! Һәр иҫәүән мәсхәрә итә! Яҡлаусы ла юҡ мине! Ирем пулялар аҫтында йөрөй, ә һин дезертир артыңды йылы мейестә ятҡыраһың! Көн һайын ҡайнар аш ашайһың. Ә мин картуф та бешерә алмайым!
– Мәнәүез албаҫтыһы! Власҡа ҡул күтәләһеңме? – ул ҡатынды төртөп ебәрҙе. Тегеһе саҡ йығылмай ҡалды.
– Ах, һаҡау шайтан! Йырыҡ ауыҙ! Ҡатындарға ҡул күтәрәһеңме? Һуғышҡа тигәндә ғәрип! Ә ҡоралһыҙ бисәләргә шәп! Балта менән! Хәҙер, күрһәтәбеҙ һиңә, нисек бисәләр менән һуғышырға икәнен! – Ул ҡапыл ташланды ла, Ефимды аяҡтан йыҡты. – Әлтүк, бир арҡанды, – тип урмансының өҫтөнә ултырып, уны тоторға тырышты ҡатын.
– Уның үҙенең дилбегәһе бар ҙа инде, – тип уйланды Әлтүк. – Ә арҡан беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк буласаҡ, утынды бәйләргә. Эҙ ҡалдырырға ла ярамай.
Ваҡытһыҙ килеп сығып эште туҡтатҡан лесникты ҡатындар яңынан ҡарға йыҡтылар. Ир кеше туланы, ҡулдарҙан ысҡынырға маташты, йоҙроҡлап һуғырға тырышты. Өс бисә көскә уны дилбегә менән сырмай алдылар. Валя саҡ тын алып, ахылдап һөйләнде:
– Бер ирҙе өсәүләп саҡ еңдек. Хәҙер нишләтәбеҙ инде уны? Бында туңасаҡ бит ул!
– Ағасҡа бәйләйек, иҫәрләнмәһен. Бейәһен дә. Ауылға ҡайтып китмәҫ!
Һаман тулаған урмансы ыҫылдауын белде:
– Тлибуналға китәсәкһегеҙ! Судҡа биләм!
– Ҡурҡытма беҙҙе! – тине уға Мария тыныс ҡына. – Беҙҙе ҡурҡытып булмай. Һөйләнһәң – үлтерәбеҙ! Аҡыллыраҡ булһаң, аңлар инең: бер санаға күп утын тейәп булмай.
Улар бысып өлгөргән утындарҙы санаға тейәп бәйләнеләр.
– Ефим Петрович, ғәфү ит, киттек беҙ, – тип хушлашты Әлтүк уның менән.
– Бисәләр, мин бит яңылыштан, ҡыҙып китеп… – тип инәлеп ялбарҙы власть вәкиле. – Уҫал түгел мин. Эшем, вазифам шул! Ысҡындырығыҙ, ебәрегеҙ инде! Гөнаһ алмағыҙ башығыҙға, минең балаларҙы йәлләгеҙ! Сисегеҙ!
– Әһә, үҙенең балалары иҫенә төштө! – тип үсәне Мария. – Ә беҙҙекеләр туңһынмы? Һөрт маңҡаңды,герой!
– Бер нигә эшкенмәгән ир, ҡара һин уны, өйләнгән! – тип һаман тыныслана алмай һөйләнде Мария. – Хәҙер һәр иҫәр өйләнә һәм үрсей ала шул. Йүнле ир ҡалманы. Ғәриптәр, һуҡырҙар, ғөрәбә… Бисәләргә йөрөй генә беләләр!..
Әлтүк Петровкаға лесниктың өйөнә кереп сыҡты.
– Әй, хужабикә, – тине ул. – Иреңде барып ал. Ул Шывлауар урманында. Ашыға төш, юҡһа туңып ҡуйыр.
Шул уҡ төндә улар ҡайын утындарҙы бысҡылап, йәшереп ҡуйҙылар. Мажаралы төнгө сәйәхәттең аҙағы нисек бөтөрөн әйтеүе лә ҡыйын. Ләкин Ефим был эште йомоп ҡалдырҙы. Оят ине уға үҙенең көсһөҙлөгөн таныу. Ғүмере өсөн дә ҡурҡты: ундай бисәләрҙән әллә нәмә көтөргә була. Мәнәүездәр буш һүҙ һөйләй торған әҙәм түгелдәр…
Если вам нравится роман, поддержите автора. Не посчитайте за труд поставить лайк( палец вверх) и поделиться в соцсетях со своими единомышленниками ссылкой на канал.