Эта глава "Мечта" на русском здесь
Начало
…Ҡатын-ҡыҙ ҡыр эштәрендә ирҙәрҙе алыштырҙы. Кистәрен ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр. Колхоздарҙа баҫыуҙарҙы эшкәртеү хөртәйҙе, иген майҙандары, малдар һаны кәмене. 1942 йылда Бишбүләк районы иген планын – 24, картуф планын 48 процентҡа ғына үтәне.
Архив мәғлүмәттәренән.
Беренсе сентябрҙә Еля Полина апаһының мәктәпкә йыйыныуын көнләшеп күҙәтте. Ҡасан ул да уҡыу-яҙыуға өйрәнер инде? Уға хәҙер һигеҙенсе йәш, ә мәктәпкә ебәрмәйҙәр: кейем юҡ. Ҡыҙыҡай йыш ҡына береһе лә күрмәгәндә атаһының өсмөйөш хаттары һаҡланған ҡумтаны аса, ҡара еҫе килгән хәрефтәрҙе еҫкәп ҡарай. Һеңлеһе Танюшаны һикегә ултыртып, әсәһенә оҡшатып, уға фронттан килгән хаттарҙы “уҡый”. Хаттар күп түгел, барыһын да яттан белә ул.
“… Ҡатынҡайым, мин, баҡтиһәң, элек әллә ни ауырымағанмын да икән. Һин мине иң шәп шәфҡәт туташынан да яҡшыраҡ ҡарағанһың. Хатта саҡ ҡына сирләберәк торғанымда ла. Һәр сыйылған урынды ла әпәүләп торғанһың. Окоптарҙа туңып ятҡанда мин һинең йылы ҡаластарыңды, беҙҙең эҫе мунсаны иҫкә төшөрәм. Һирәк эләккән буш ваҡыттарҙа һеҙҙең хаҡта уйлайым. Һеҙҙе ҡосорға хыялланам. Бәләкәй булһа ла үтә етди Елечканы тубығыма ултыртып бәүеткем, Танюшамдың сылтырап көлөүен ишеткем килә. Пантелей, моғайын, олоғайып, минән оҙон булып киткәндер. Ә Полиночка кәләшлеккә ярайҙыр. Беҙ төндәрен Ленинградҡа икмәк ташыйбыҙ. Шуға йоҡо эләкмәй. Аҙналар буйы йылы күрмәйбеҙ, ҡар өҫтөндә йоҡлайбыҙ. Өҙлөкһөҙ бомбалар яуа. Кәмәләр бата…” Икенсе хатында шаяртҡан һымаҡ ҡына итеп үҙенең яраһы тураһында яҙа:”… Минең усымда тишек, уҡлау үтерлек, ләкин һуҡ бармағым эшләй, курокка баҫа алам…”
Дорогие любимые Читатели, вы читаете роман Дины Гавриловой "Цвета холодных лет" в переводе Дамира Шарафутдинова. Прошу вас отзываться, ставить лайки, делиться публикацией в соцсетях, со своими друзьями, соседями. Мне хочется увериться, что башкирским языком владеют многие. И убедиться, что не зря мы книгу перевели на башкирский. Мне нравится общаться со своими читателями, нравится слушать их мнение.
Ленинград тураһында Еля эвакуацияланып килгәндәрҙән йыш ишетә. Уларҙы Аксаков станцияһынан арбаларҙа алып килделәр. Еңел кейенгәйнеләр – нисек өйҙән сығып киткәндәр, шулай. Йылы кейем-һалымдары юҡ. Ленинградтан саҡ ҡасып ҡотолғандар. Өләсәһе Екатерина Васильевна Зубкова өс ғаиләне һыйындырҙы.
Зубковтарҙың өйө ҙур, семәрле тәҙрәләре оло. Ундай йорт ауылда береһендә лә юҡ. Зубков олатай был йортто Япон һуғышындағы ҡаһарманлыҡтары өсөн батшанан бүләккә алған. Еля йыш ҡына, һуҡырайып ҡалып, өйҙән сыға алмай ултырған өләсәһенә кереп сыға. Әсәһе ҡушыуы буйынса ярҙам итә, йәйен картуф утай, күмә, шишмәнән һыу ташый. Ә Рәйсә менән Арина инәйҙәр баҫыу эштәренән бушамай.
Ленинградтар ҡай саҡта һуғышҡа тиклемге тормоштары тураһында бәйән итә. Еля шым ғына тыңлай, хәтеренә һалып ултыра. Нисек кенә тырышмаһын, быяла өйҙө күҙ алдына баҫтыра алмай. Әсәһенән һораша:
- Быяла йорттарҙы күргәнең бармы?
- Ни һөйләйһең һин?
- Ә Леля инәй әйтә: улар Ленинградта ҙур, яҡты быяла йортта йәшәгән. Уны немецтар шартлатҡан.
- Белмәйем, белмәйем…
- Леля апай беҙҙә туйғансы икмәк ашарға хыялланған.
- Иген уңғайны ла ул, тик тотош фронтҡа, һалдаттарға оҙаттыҡ. Немецтарҙы тиҙерәк еңер өсөн.
Икмәкле Башҡортостанға оҙатасаҡтарын белгәс, Леля бик ҡыуана. Килһәләр, бында ла халыҡ ас йәшәй икән. Саҡ тереләр. Леля ун алты йәшлек Нина Санталованы ҡарай. Йәшерен ниәте лә бар: уның әле фронтта булған атаһына кейәүгә сығырға. Үҙенең атаһы Ленинградта аслыҡтан үлгән.
Күпте кисергән Ленинград ҡатындарын ауылдыҡылар йәлләй. Ап-аҡ, үтә күренмәле тиерлек ябыҡ Леляны колхоздың йәшелсә баҡсаһына эшкә тәғәйенләнеләр, ә ун дүрт йәшлек Вадим менән Гена ауылдыҡылар менән бергә бесән сабалар. Эвакуациялағыларға аҙыҡ-түлек паегы ла тейеш – он, йәшелсә. Еля әсәһенән төпсөнә:
- Әсәй, ә ниңә беҙгә ҡыяр, кәбеҫтә бирмәйҙәр? Мира инәй, ана, бөгөн щи бешерҙе. Шундай тәмле еҫтәр сыға! Шуля менән Паня миңә ҡыяр тәмләтте. Тәмле!..
- Беҙгә тейеш түгел! – тине Әлтүк ҡаты ғына итеп. – Закон тыя!
Кем ул Закон һәм ни өсөн ул колхоз баҡсаһындағы йәшелсәләрҙе ауыл кешеһенә бирмәҫкә ҡуша икән, тип уйға ҡала Еля. Кишер менән уны ҡайсаҡ Катя инәй һыйлай.
Әлтүк кәбеҫтә лә, ҡыяр ҙа сәсеп өлгөрә алмай. Ат һарайында эш иртәнән кискә тиклем бөтмәй, картуф орлоғон ғына ергә ташлап өлгөрәһең. Яҙҙан баҡсала мал сөгөлдөрө, әнис сәсә.
Әлтүктең балалары уның ҡиәмәтлек әсәһе –Екатерина Карповнаны Катя инәй тип йөрөтә. Ул йыраҡ түгел торған иркен өйҙә яңғыҙы йәшәй. Унда Мәскәүҙән эвакуацияланған Мира инәй ҡыҙҙары менән тора. Мәскәүҙәр ауылға һуғыш башланғас та килеп сыҡтылар. Улар үҙҙәре менән ҙур-ҙур сумаҙандар, төйөн-төйөн сепрәк-сапраҡ тейәгәйне. Ҡыҫҡа, сағыу күлдәк, ғәләмәт эшләпә кейгән Панечка менән Шулечка ауыл балалары өсөн мөғжизәнең үҙе инеләр.
Катя инәйҙең төпкө өйөндә дүрт улының фотолары янында фәрештәләр төшөрөлгән һүрәт эленгән. Улдары һуғыштың тәүге көндәрендә үк үҙ теләктәре менән һуғышҡа китте. Инәйҙең Георгий Победоносец тәреһе алдына теҙләнеп, ялбара-ялбара суҡынып торғанын Еляның күргәне бар. Улдарының имен-аман йөрөп ҡайтыуын теләйҙер инде.
Баш ҡала халҡы һалам менән ябылған бәләкәй генә ауыл өйҙәренә, ҡара мунсаларға, ситән һарайҙарға ғәжәпләнеп ҡараны. Киндер кейемдәрҙе, сабаталарҙы тотҡоланылар. Таҡтанан яһалған өҫтәл-эскәмйәләр, һикеләр, ағас ҡалаҡ, сеүәтәләр ҙә ҡыҙыҡ ине уларға, ә бына сапанға һоҡландылар:” Капюшон урынына ниндәй ҙур яға!” Бер аҙҙан мәскәүҙәр һәм питерҙыҡылар ауылда бер аҙ өйрәнеп, хатта бер нисә сыуаш һүҙҙәрен ятлап та алдылар. Мәскәүҙекеләр өй беренсә йөрөп, ҡиммәтле әйберҙәрен һөткә, йомортҡаға алыштырҙы. Алмашҡа һәр әйбер ҙә яраҡлы түгел ине. Ауыл бисәһенә быйма ҡәҙерлерәк, бейек үксәле туфли уға кәрәкмәй. Балалары ауыҙынан өҙөп алған һөттө кәрәкмәгән блузкаға алыштырып булмай. Мира ҡала баҙарында үҙе менән алып килгән ҡиммәтле биҙәүестәрҙе һәм ҡарһаҡ тунын “һата” алды – икмәккә алмаштырҙы.
Эвакуацияға килгәндәр ауыл тормошона шаҡтай үҙгәреш индерҙе. Кистәрен улар клубта йыйыла. Вадим менән Гена ярайһы ғына оҫта әртис булып сыҡты, спектакль ҡуйып, унда ауыл балаларын да йәлеп иттеләр. Фронттан килгән яңылыҡтарҙы уҡынылар. Бығаса тик сыуашса һөйләшкән клубта русса телмәр яңғырай башланы. Колхозсыларҙың кәйефе үҙгәрә төштө, етәсәк еңеү тураһында хәбәрҙәр сыҡты. Һуғыш осоро ауырлыҡтары төрлө халыҡтарҙы берләштерҙе, яҡынайтты. Күмәкләшеп йәшәү еңелерәк шул.
Хатта Әлтүк тә ваҡыт табып спектаклгә барып ҡараны. Аҙаҡ, картуф таҙартҡанда, яңы отҡан йырҙы әкрен генә йырланы:
Ах, да я у матушки жила, как цветок цвела,
Как цветок цвела…
Полина менән Пантелей уға ҡушылып китә:
Ай, лёшуньки-люли,
Не низко .....
Яңы йыр өс тауышҡа башҡарылып, иртәгәһенә үк уны Еля урамда йырлап йөрөй.
продолжение