Перевод Дамира Шарафутдинова
начало
Әлтүк күрше өй алды баҡсаһы янында бер аҙға ғына туҡтап, ҡуйы сирен еҫен тулы күкрәге менән еҫкәне, күҙҙәрен йомоп ҡояшта кинәнеп торҙо.
Көн тымыҡ һәм тыныс булмаҡсы. Тап дүрт йыл элек, уның бәләкәсе тыуғанда ла шулай ине. Микәйе ул көндө бер ҡосаҡ сирен сәскәһе бүләк итте. Шунан бирле танауына сирен еҫе бәрелһә, Әлтүк тормошондағы иң бәхетле миҙгелдәрен хәтерләй, яратҡан ире иҫенә төшә. Өсөнсө йыл һуғыш бара. Сирен шулай уҡ сәскәгә күмелә, яңы йәндәр ҙә яҡты донъяға сығырға тип тулаша.
Бригадир Трофим Никитиндың алты мөйөшлө өйө башҡа өйҙәрҙән байтаҡҡа бейегерәк булып күтәрелеп баҫҡан. Әлтүк иркен соланға үтте. Аҡланған стеналар юлбашсылар портреттары менән биҙәлгән. “1 Май” тигән плакат та ошонда эленгән. Унан тештәре сағыу ялтырап йылмайған үзбәктәр, тажиктар семәрле түбәтәйҙәрен күргәҙмәләй, таж кейгән украиндар көлә. Бригадирҙың икенсе ҡатыны, утыҙ йәшлек Катерина, тулғаҡ тотоуҙан ыңғырашып, бөгәрләнеп ята. Ғәҙәттә алсаҡ, ихлас йөҙө ауыртыныуҙан йәмерәйеп, йәмен юғалтҡан. Ныҡ ҡысҡырып, өлкән ҡыҙҙарын ҡурҡытмаҫ өсөн, ирендәрен ҡанатҡансы тешләгән. Ысын ҡатын бала тапҡанда ҡысҡырмай, тигән ҡанун борон-борондан килә. Ҡыҙҙары Вера һәм Люба ситтән генә борсолоп күҙәтә, үҙ-ара шыбырҙап ҡына һөйләшә.
Әлтүк тиҙ генә ут яғып ебәреп, һыу йылытырға ҡуйҙы, ҡыҙҙарҙы өйҙән ҡыуып сығарҙы:
– Балалар, урамда уйнап тороғоҙ. Мин әсәгеҙ янында булырмын.
Сирлене ҡарап сыҡҡас, әйтте:
– Тиҙ арала ҡотолорһоң, барыһы ла шуға бара. Ултырма, ултырма, яйлап ҡына йөрө, еңелерәк булыр. Нимәгә төрәбеҙ баланы?
– Ана, таҙа күлдәк. Күнегелгәнсә, һандыҡҡа һалғанмын.
Әлтүк тәүге тапҡыр кендек инәһе түгел. Ул урын түшәне, еп һәм ҡайсы әҙерләне. Үҙе эстән белгән доғаларын уҡыны. Уның һалмаҡ тауышы өйҙә тегеләй-былай йөрөгән Катеринаны бер аҙ тынысландыра төштө. Ә ауыртыу көсәйә генә бара, ыңғырашмай түҙерлек булмай башланы.
– Бына, хәҙер ваҡыт етә, карауатҡа ят, һылыу, – Әлтүк алъяпҡыс итәге менән ҡатындың маңлайынан аҡҡан тирҙе һөртөп алды. – Йәйге балалар һәр ваҡыт ваҡ, еңел була, атылып сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
Тиҙҙән өй эсен сабый бала тауышы яңғыратты.
– Бына, тағы бер ярҙамсы, – тип иғлан итте кендек инәһе, сабыйҙы ентекләп ҡарап сыҡҡас. – Исем уйлағайнығыҙмы?
– Тағы ҡыҙыҡаймы? – тип ҡалтыранып китте Катерина. Әлтүк баланы йылы һыуға сумырҙы.
– Атаһының күлдәгенә төрәйек баланы, уға яҡыныраҡ йөрөр, – тип һөйләнде ул, баланы һөрткәндә.– Аяҡтары торнаныҡылай оҙон булһын. Ирендәренә май һөртәйек, теле йомшаҡ булыр. Мә, тот һылыуыңды. Малайҙар атайҙар өсөн, ә ҡыҙҙар – әсәләренең ярҙамсылары.
Әлтүк шалтыратып самауыр ҡуйырға тотондо. Күршеһенең күңелһеҙләнеп киткән күҙҙәренә ҡарамаҫ өсөн тотондо ул быға. Барыһын да килештереп, еренә еткереп башҡарһа ла, уның теләгәнен – малай тыуҙыра алмай ине ул. Дүртенсе ҡыҙ. Малай таптырған Трофимдың талабы арҡаһында ошо ҡатын яңынан-яңы ыҙалар кисерә, тағы ла күпме этләнер әле. Нимәгә уға малай? Уны бит тәүге ҡатыны янында тота алмаған! Тормош шундай ғәҙелһеҙ шул: ирҙәргә һәр ваҡыт малай тап! Уның Микәйе лә бит Пантелей тыуғанда нығыраҡ ҡыуанғайны.
Катерина, ҡыҙын ҡулына алып, сеңләп илап ебәрҙе.
– Уның бит малайы бар!
Өмөттәрен аҡламаны ирҙең ҡатыны. Рәттән дүрт ҡыҙ. Катерина Трофимдан ун биш йәшкә кесерәк, ҡыҙыҡай саҡта уҡ сыҡты уға кейәүгә. Йөрөмтәл ире ауылда бер итәкте лә урап үтмәй, шикелле. Бер кемде лә ҡалдырмай: тол ҡатындарҙы ла, яңғыҙаҡтарҙы ла, һәр кемдең йөрәген “йылытып” китә. Әнәткәстән бер ҡатынға ул яһаған. Ауылда:” Тәс Трофим!” – тигән һүҙҙәр йөрөй. Тәүге ҡатынын ике балаһы менән ташлаған һымаҡ, уны ла ташлап китер, тигән шом Катеринаны һәр ваҡыт өйкәп тора.
– Тағы йәнде ҡыйыр инде. Малай ҙа табып бирә алмайһың, тип рәнйетер, – Катерина күҙ йәштәрен тыя алманы. – Мин дә һинең һымаҡ булырға теләр инем, Әлтүк. Һин бер кем алдында ла баш эймәйһең, кәмһенмәйһең. Ә мине һәр береһе рәнйетергә әҙер тора.
– Илама, һөтөң ҡорор! Малайҙарың да булыр әле. Ултырып иларлыҡ ҡайғы түгел ул. Хоҙайҙы асыуландырма. Күпме бисәләр “ҡара ҡағыҙ” алып ултыра ана. Ә һин бәхетле! Ирең яныңда. Шунда ла илап ултыраһың.
– Бирһен һаулыҡ һиңә, Әлтүк, ҡулың еңел! Халыҡ әйтеүенсә, кем кендеген киҫкән, бала шуға оҡшай, ти. Минең Надеждам да һиңә оҡшар. – Катеринаға Әлтүк Сталин портреты эргәһенә эленгән тәреләге фәрештә һымаҡ күренде.
– Бына шулай бул. Ҡыҙыңа ла матур исем һайлағанһың. Бәхетле булһын.
Яуаплы бурысын ышаныслы атҡарып сыҡҡан тойғо менән Әлтүк сепрәк-сапраҡты йыйып тасҡа һалды ла, һыу буйына сайҡарға китте. Аяҡтары йомшаҡ бәпкә үләненә бата. Юл тирәләй аҡ сәскәләр баш ҡалҡытҡан. Керҙәрҙе сайҡап, мунса яҡҡан арала ул донъя ғәҙелһеҙлеге тураһында уйланды. Кемгәлер аш тоҙһоҙ, ә кемеһенә гәрәбәһе лә – ваҡ. Белһә ине Катерина, дүрт баланы яңғыҙың үҫтереү мәшәҡәттәрен! Ирһеҙ буш һикелә ятып йоҡлау ыҙаларын. Шул ваҡытта башҡалар алдында һыр бирмәй, күҙ йәштәрен йәшереп, саҡ түҙеп йөрөүҙе, көсләп көлөргә тырышыуҙы! Тәҡәте ҡалмаған ваҡыттарҙа ул Тәңренән ирен һаҡлауҙы ялбара, иҫән ҡайтарыуын һорай. Ул саҡта элеккенән дә яҡшыраҡ йәшәп алып китерҙәр! Өй һалырҙар, мунса күтәрерҙәр, балаларын үҫтерерҙәр…
Шундай уйҙар менән ул өй менән мунса араһында йөрөнө, миндек әҙерләне. Һөрөм еҫе сығып бөтһөн өсөн ишекте шар асып тотто. Тиҙҙән өлкән ҡыҙы менән Катерина сабыйын күтәреп килеп етте. Ҡалын толомдарын йыйып ҡуйған Әлтүк сабыйҙы ҡулына алды. Миндек менән ипләп кенә һуҡҡылап, тантаналы һамаҡланы:
Даланлы үә бәхетле бул,
Яҙғы япраҡтай еңел.
Күпереп үҫ, ямғырҙан һуң
Сыҡҡан бәшмәктәр кеүек.
Йылғасыҡ ярында ултырған кескәй мунса эсендә тылсымлы йола башҡарыла ине ошо ваҡытта. Әлтүк доғалар уҡыны, яңы тыуған баланы шишмә һыуы менән йыуындырҙы, уға оҙон һәм бәхетле ғүмер теләне. Ҡоромланған тоноҡ тәҙрәсек аша үтеп ингән ҡояш нурҙары ярым ҡараңғылыҡҡа серлелек кенә өҫтәй. Әлһерәп төшкән Катерина, һикегә һуҙылып төшөп, күрше ҡатынға һоҡланып ҡараны. Ул тылсымсы ла, алиһә лә, һаман матур ҙа, зифа буйлы ла. Пар һәм ҡараңғылыҡ аша тап шундай булып күҙаллана күрше апай.
Мунсанан һуң Әлтүк бригадирҙың ҡыҙҙарын өйгә саҡырҙы.
– Бына, һеҙгә шишмәнән һеңлекәш тотоп алып ҡайттым, – тип йылмайҙы ул. – Кер сайҡарға барғайным. Ҡараһам: ағып килә, үҙе шундай матур ғына! Түҙмәнем, һөҙөп алдым да, һеҙгә алып ҡайттым.
Катерина аяғына баҫып, түрбашта мәшәҡәтләнә ине инде. Биҙрәлек самауырҙан сәй яһаны, йомартланып китеп, камауай шәкәр сығарҙы. Бала таба-таба йонсоған йөрәге шулай ҙа сәнсеп-сәнсеп ала: тағы ла ҡыҙ тыуыуын ире нисек ҡабул итер? Ә балалар сәй эсеп ҡыуандылар: көн һайын Надежда – Өмөтбикә йылғала табылып тормай!
Продолжение