Найти тему
Дина Гаврилова

Яңы власть (1936 йыл)

Пейзажи Башкирии, фото из открытых источников
Пейзажи Башкирии, фото из открытых источников
Дорогие читатели, данная глава - это перевод первой главы "Новая Власть 1936 год" на башкирский язык. Я публикую ее по просьбе моих башкирских друзей. Новая глава на русском языке выйдет завтра, пожалуйста, наберитесь терпения. Чтобы вам не стало совсем скучно, я добавила в главу фото пейзажей Башкирии. Приятного всем просмотра. Кому очень интересно, может прочитать эту главу на русском языке здесь.

Перевод на башкирский язык выполнил Дамир Шарафутдинов

Мәнәүез ауылы Аксаков тимер юл туҡталышын район үҙәге Бишбүләк менән тоташтырған оло юлдан ситтә ултыра. Бейек көрт артында Тимофеевтарҙың ҙур өйө ҡарайып күренә. Һалам башлы икәнлеген сырамытып, аҡ ҡар бүрекле ҡыйығы аҫтынан, урыны-урыны менән көлтәләре ялпылдаған. Һәр йонсоу юлаусыла ауыл ситендә үк ултырған был йортҡа боролоп инеп, ҡыҙыу мейес алдында талсыҡҡан аяҡтарын һуҙып, йылынып, ял итеп алыу теләге тыуалыр. Сөнки мөрйәнән сыҡҡан еңелсә төтөн, еҫе танауға килеп бәрелмәҫ борон уҡ, бешкән аш, ҡайнар самауыр һәм өҫтәл әҙерләп мәж килгән йомарт хужабикәне күҙ алдына килтерә. Һирәк кәртә аша ялпаҡ ҡыйыҡлы аласыҡ, ситән һарай ҙа абайлана. Таштан һалынған ныҡлы келәт иһә был йортта етеш тормош хөкөм һөрөүенә ишара. Таш бина, һарайҙан ишетелгән һарыҡтар баҡырыуы – барыһы ла хужалыҡлы һәм хәстәрлекле кешеләр йәшәүен иҫбатлап тора бында.

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

Март ҡояшы ирегән тәҙрә быялалары аша күңелсәк ҡарай. Унда утыҙ йәштәр тирәһендәге йәш ҡатын ике йәшлек балаһын имеҙеп ултыра ине, ишектән ҡобараһы осҡан бикәсе Рәйсә атылып инде:

– Уй, Әлтүк, бәлә! Ой, ниҙәр генә булыр?..

– Нимә унда тағы?

– Халыҡты Себер һөрәләр!

– Был боламыҡ Кураков эйәрсендәре һаман тына белмәйме?

– Эйе шул, Кураков командаһы менән ҡотора. Хатта бала-саға, ҡарт-ҡороно ла йәлләмәйҙәр, хоҙайым…

– Ул иманһыҙҙан яҡшылыҡ көтмә. Атайымдарҙы егерме һигеҙенсе йылда бер нәмәһеҙ ҡалдырҙылар… Ағайым улар арҡаһында әллә ҡайҙа ҡасып йөрөй…

– Һеҙгә киттеләр, – тине бикәсе, – нишләтерҙәр инде?..

– Хисапланмаған иҫәптәре ҡалғандыр. Атайымдың байлығы тамаҡтарына һөйәк булып торған бит…

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

Рәйсә шыбырҙауға күсте, әйтерһең дә өйҙә уларҙы тыңлаусы сит ҡолаҡ бар:

– Әгәр беҙҙең Микәй тырышмаһа, беҙҙе лә себергә ҡыуырҙар ине! Ул, башы етеп, беҙҙе колхозға көсләп яҙҙырып өлгөрҙө. Фамилияны ла үҙгәрттерҙе. Күрәҙәсе инде!..

Әлтүк имеп туйған ҡыҙы Еляны ипләп кенә бишеккә һалды. Буялған һарыҡ тиреһенән тегелгән һарғылт тунын кейеп, ҡалын шаҡмаҡ шәлен ураған арала аш бүлмәһендә булашҡан өлкән ҡыҙына өндәште:

– Полина, һеңлеңде ҡарап тор!..

Ливановтарҙың бейек ҡапҡаһы алдында Әлтүк туҡтап ҡалды: эстән Аграфенаның – Ливаниханың өлкән килененең ҡысҡырып илауы ишетелә ине. Ливаниха үҙе ҡалын толопҡа уранып санала ултыра, уға ҡурҡышҡан ейәнсәрҙәре һырыҡҡан һәм шым ғына мышнайҙар. Ҡарсыҡ эргә-тирәһендә мәж килгән ауылдаштарына яндырып ҡарай, ә эркелешкән күршеләре яңы власть вәкилдәренең барыһы ла ҡурҡҡан ҡеүәтле сихырсы әбейҙең донъяһын туҙҙырыуын ҡыҙыҡһынып тамаша ҡыла. Барыһынан да бигерәк ауылда беренсе большевик һаналған Ефим Кураков тырыша.ейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

– Совет власын алдарға итәһеңме? Ике тун кейеп алған!

– Ҡомһоҙҙар! Себерҙә үлерһегеҙ!

– Ванька! Семен! Һеҙ бында үҙегеҙ, ә мин ары киттем!

– Сис туныңды, албаҫты ҡортҡа! – Сәүкәгә оҡшаш суҡыш моронло, ҡараҡас Семен Потемкин ҡатындың өҫтөн һалдыра, ә тамашасы халыҡ геү килә:

– Сихыр менән булыштымы? Булышты! Кеше аҙҙырҙымы? Аҙҙырҙы! Бына, ал инде яуабын!

Ҡапыл Ливаниха санала тороп баҫты һәм Потемкиндың ҡәнәғәт йөҙөнә ласҡылдатып төкөрҙө:

– Иң тәүҙә һин, Иблес, тамуҡта янасаҡһың! – Ул Семканың ябыҡ күкрәгенә төрттө. – Ҡарғышым һиңә! Бөтә тоҡомоңа!

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

Семка сайҡалып китте, бишмәт еңе менән лайлалы битен ышҡыны. ”Шайтан албаҫты!” – тип әбейгә һелтәнде һәм уның тишерҙәй ҡарашына төртөлөп, хәлһеҙ ҡулдары һәленеп төштө. Ауылдың беренсе комсомолецы, ул бала саҡтан уҡ Ливаниханың аңлайышһыҙ ҡөҙрәтенең тәьҫирен аңына һеңдергәйне инде. Үҙенең көсһөҙлөгөнән һәм ташып килгән асыуынан ярһып, ул хырылдап ҡысҡырҙы:

– Был маңҡаларҙы ла сисендерегеҙ! Йөҙ ҡат кейенгәндәр!

– Власты алдамаҡсылар! Йылан ояһы! – тип геүләне халыҡ. Санаға ҡан һауған күҙле, әзмәүерҙәй Ванька Силин һикереп менде һәм Потемкинға ярҙамлашып ҡыҙҙарҙы сисендерергә кереште. Уларҙың өлкәне, ун ете йәштәр самаһындағыһы, һыуыҡтан һәм оятынан ҡалтыранып, шым ғына инәлде:

– Мин үҙем… Үҙем…

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

Халыҡ яңы хакимдарҙың ҡыланышын ҡомһоҙланып күҙәтте. Ливаниха ейәнсәрҙәрен кәүҙәһе менән ышыҡлап, Потемкинға кәкере танауы менән янаны:

– Теймә балаларға, хәстрүш! Һиңә лә яуап көнө етер! Төрмәлә серемегәнеңә үкенерһең! Тереләй янырһың! Ә һин серерһең! – тип ул Ванька Силинға ла ҡысҡырҙы. – Һәр береһе йөҙөңә төкөрөп үтер! Көн һайын мине иҫкә алырһың! Иманһыҙ әүермән!..

Әлтүкте аңлайышһыҙ шом баҫты. Ул алға йүгерҙе. Сәйер тамашасыларҙы йырмаслап сығып, ихатаға үтте. Яланбаш атаһы башын эйеп өй алдында тора, еҙ мыйығында ҡояш нурҙары йымылдай, алтынһыу сәстәрен ел туҙҙыра. Уның кәүҙәһен оҙон туны аҫҡа баҫҡан һымаҡ. Алексей ҡыҙына ғәйепле ҡарашын төбәне. Әсәһе Марфа ҡурҡышынан ҡатып ҡалған. Ул тун тышынан шаҡмаҡ шәлгә уранып, ҙур мендәр ҡосаҡлаған, гүйә, тап шул мендәрҙә уларҙың ире менән бөтә тормошо: ер, хужалыҡ, йорт, мал-тыуар; уларҙың бик боронғо ырыуының байлығы һәм көсө тупланған унда. Башында тик бер генә уй – мендәрҙе ҡыҙына биреп өлгөрөргә!..

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

Кураков ярһып Георгий тәреләрен тапай:

– Бөттө һинең заманың, стражник! Батшаға хеҙмәт иттеңме? Иттең! Тәре тағып йөрөнөңмө? Йөрөнөң!..

– Ә улар ғүмер баҡый бал-майҙа ғына йөҙҙөләр! – тип ҡысҡырҙы кемдер халыҡ араһынан.

– Тимәк, халыҡ дошмандары! Ҡасҡын улың да һинең – халыҡ дошманы! Ҡасып өлгөрҙө бит, дошман, танау төбөнән!

Йыйылған халыҡ дәррәү хуплап геү килде:

– Иртәнән кискә тиклем аттарында сабыулап тик йөрөнө! Аксаков – Бәләбәй! Бәләбәй – Аксаков!

– Кулак! Аҡсаны көрәк менән сумырғас!..

– Берәүҙең алашаһы ла юҡ, ә был аттарҙы төҫөнә ҡарап һайлап, таҫмалар менән суҡлап…

– Маҡтансыҡ! Аяғүрә баҫып, күкрәген киреп, пар аттарҙа, күҙен алартып!..

– Сабыштарҙа кем беренсе? Савелий! Ауылда кемдең юртаҡтары иң шәбе? Уныҡы!

– Ҡыңғырау доңғорҙары менән бөтә ауылды яңғыратып!..

– Етмәһә, дөңгөр, һорнайҙар кәрәк уға! Бөтәһе лә күрһен, ишетһен, көнләшһен!..

Бәләкәй кәүҙәле, күренекһеҙ генә Кураков Ефим ана шул көнләшеүселәрҙең береһе ине. Оҙон буйлы, күркәм Савелий матур Акулинушкаһын ҡиммәтле тунға урап бәрхәт менән тышланған санаға ултыртҡанда ул асыуынан тырнаҡтарын сәйнәп, тештәрен шығырҙатты. Ҡомһоҙ күҙҙәре һылыу Акулинаны ҡапшай, ә уныһы иркәләп ҡарап, иренең сәстәренән һыйпай. Ефим да уның хәләле урынында булырға теләр ине. Савелийҙың өйө ҡәлғәләй, аранда орлов тоҡомло юртаҡтар тора. Ә Ефимдың өйө лә аласыҡтай, ҡатыны ла сибек кенә!

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

Кураков үс алыу ниәтен күңелендә оҙаҡ йөрөттө. Ниһайәт, сәғәте һуҡты. Потемкин менән Силкин ярҙамында шикәйәт яҙып, шымаҡай ғына Ульканы өркөтөп, ҡултамғаһын алыу тап уның башына килде. Йәнәһе, ул, етем байғош, көнө-төнө бай ағаһына һәм уның кулак улына хеҙмәт иткән! 1921 йылғы аслыҡта етем ҡалған һеңлеһен Алексей Даниловтың үҙенә алып, ҡыҙы һымаҡ тәрбиәләүе хаҡында ауылда барыһына ла мәғлүм ине былай.

– Әйт, стражник, Савелий алтынын ҡайҙа йәшерҙе?! – тип ярһып екеренде Кураков.

– Белмәйем алтынын…

– Беҙ уны ер аҫтынан да табасаҡбыҙ! Ҡулыбыҙ оҙон беҙҙең. Ҡатыны ла ҡотола алмаҫ! Ул алып ҡасҡандыр алтынын, – власть әһеле тәмәке төрә башланы. Нишләйһең, Акулина тәки уға тәтемәне. Ҡаты өрөк булып сыҡты уныһы. Балаларын тартып алып, үҙен ағас ҡырҡырға оҙатыу менән янау ҙа ярҙам итмәне. Ул, хәйерһеҙең, балаларын алып төндә ҡасып ҡотолдо. Мөлкәтен арбаға тейәп, күрше районға сығып киткән, ә унда Ефимканың көсө етмәй. Асыуынан ҡалған йорттарын һатыуға сығарып ҡуйып, үсен ҡандырғандай булды.

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

– Беҙ һеҙҙең кулак нәҫелен тамырынан ҡоротасаҡбыҙ! Ә һин, стражник, Себергә һөрмәүҙәренә ҡыуан! Бында өй һал, әйҙә. Тик артыҡ тырышма! – Кураков серек тештәрен ыржайтып көлдө, – юғиһә тағы раскулачивать итербеҙ!

Әлтүк ата-әсәһен тәүге тапҡыр ошондай меҫкен хәлдә күрә. Атаһы, ҡаһарман офицер, һәр ваҡыт көслө һәм аҡыллы кеше, ошо ырғандаҡтарҙы бер нәмә эшләтә алмай!.. Ул ирекһеҙҙән һыңҡылдап ҡуйҙы һәм йөҙөн әсәһенең яурынына терәне:

– Кисер мине, әсәй!..

Ҡалтыранған Марфа, хушлашҡан һымаҡ, уға мендәрҙе тотторҙо:

– Һаҡла, ҡыҙым. Ошонда беҙҙең тоҡомдоң бөтә көсө!

Һаҡ ҡына ҡулына алған мендәрҙе Әлтүк ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты. Унан аңҡыған ниндәйҙер сәйер көс ҡатынды шау-гөр килешкән халыҡтан айырып, юғарыраҡ күтәргәндәй ине. Ул ҡапыл ғына үҙендә ышаныс һәм тыныслыҡ тойҙо. Бахыр был кешеләрҙә уның бер эше лә юҡ. Уларҙан күпкә өҫтөнөрәк ине ҡатын.

– Бер нәмәләрен дә алма! – ферманан йүгереп килгән Микәй ҡатынын тыйырға ашыҡты. – Һине лә Себергә ебәреүҙәрен теләйһеңме?

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

Яңы властан зыян күреп өлгөргән Микәй һағыраҡ ҡылана. Зубков тигән билдәле фамилия ауылдаштарына уның бай туғандары тураһында ҡысҡырып тора. Улар заманында, 1750-70 йылдарҙа был яҡҡа Ҡазан яҡтарынан килеп сыҡҡан. Үҙенсәлекле Ҡазан һөйләшенән хатта уларҙың артабанғы вариҫтары ла ҡотола алмай әле. Ҡазанда һәм уның эргә-тирәһендә халыҡ күбәйеп киткәс, ерҙәр наҡыҫая башлай. Ә башҡорт ерҙәре иркен була, бында халыҡ мал үрсетеп, күсмә тормошта ирәйеп көн итә. Сыуаш күскенселәре уларҙың буш ятҡан ерҙәрен һатып ала. Зубковтар йәйен-ҡышын бил яҙмай эшләй, ҡыҙыу осорҙарҙа башҡорт-татарҙы ла яллайҙар. Шулай итеп тиҙ арала байып китәләр, үҙҙәренең кибеттәрен асып, тирмән ҡоралар. Молотилка, веялка, ярма ярғыс, йөн иләгес, быйма, кейеҙ баҫыу цехы ла була. Революциянан һуң бөтә мөлкәттәре тартып алына. Микәй үҙе алданыраҡ мөрәжәғәт итеп, фамилияһын алыштырып өлгөрә, олатаһының исеме буйынса Тимофеев булып китә. 1930 йылдарҙа колхоздар ойошторола башлағас, унда ла яҙыла. Бөтә туғандарын да шулай итергә өгөтләй. Ҡайныһын да елгә ҡаршы төкөрмәҫкә, ә яңы власть ыңғайына торорға ышандырырға тырыша. Тик ҡартлас кисәге ялҡау һәм эшлекһеҙҙәргә буйһонорға теләмәй. Хәҙер бына мөлкәтһеҙ тороп ҡалды. Даниловтар нәҫеле менән ғорур халыҡ. Улар барыһына ла өҫтәнерәк ҡарап йәшәне. Уны – Никифор Зубковты ла ҡыҙҙарына лайыҡ кейәү түгел тип һананылар...

Күршеләренең күмәкләшеп ҡапҡа бағанаһын йолҡоп алырға маташыуҙарын Әлтүк әсенеп күҙәтте. Ҡыңғырау раузалар менән биҙәлгән был тимер ҡапҡа уларҙың ғаиләһенең ҡәлғә билдәһе һымаҡ була торғайны. Ҡыңғырауҙар әрнеп зыңланылар, ҡатын уларға ярҙамға ташланып, вәхши бәндәне боғаҙларға әҙер ине!

Ауыл халҡының ҡыуанысына, тартып алынған мөлкәтте һатыуҙы ошонда уҡ ойошторҙолар. Кулактарҙың әйберҙәре бик арзан хаҡҡа тәҡдим ителә. Алексейҙың өйөн Тарас Кузнецов бушлайға тиерлек һатып алды. Мал-тыуарҙы шунда уҡ күрше-күлән бүлеште. Ауылдаштар өй эсендә темеҫкенеп, юрған-мендәрҙәрҙе, келәм-балаҫтарҙы ҡараны, кейемдәрҙе үлсәне, көҙгө алдында өйөрөлдө. Яңы актив һаналған яшыҡ ҡына Маруся, үҙен әллә кемдәй тойоп, өҫтөндәге ҡулдан тегелгән иҫке бишмәтте нимәгә алыштырырға белмәй бөтөрөндө. Марфаның кейем-һалымы бик күп һәм бик затлы ине шул.

– Ҡаҙ йөнөмө? Бир бында, мин алам! – Маруся Марфа ҡулынан мендәрҙе йолҡоп алды. – Ғүмер буйы ошондайҙа ятып йоҡларға хыяллана инем! – Мендәрҙе ҡосаҡлап, ул асыҡ һандыҡҡа ашыҡты. Ҡалған ҡатын-ҡыҙҙы төрткөләп, ҡабаланып туҡымаларҙа соҡсондо, ниһайәт, биҙәүестәр һаҡланған төйөнсөктө һәрмәне. Ярлылыҡта үҫкән Марусяның баҡыр балдағы ла булманы. Хәҙер бына ул ҡиммәтле хушпуны бик арзанға һатып ала! Бушлай тиерлек! Саф көмөштән! Уның өйөндәге һандығында бығаса кулак йорттарынан тартып алынған ике хушпу ята инде. Үҙе бер ҡат кейем менән кейәүгә сыҡҡайны, ә ҡыҙҙарының байбисәләй бирнәһе буласаҡ! Тырышасаҡ ул! Маруся хәреф таный, шул арҡала идараға эләкте, бөтә йыйылыштарҙа ла уның тауышы иң көр яңғырай. Ҡатын-ҡыҙ өйҙә ултырырға тейеш түгел, ә яңы тормош төҙөүҙә әүҙем ҡатнашырға бурыслы, тигән яңғырау өгөттәр менән йөрөнө ул.

Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html
Пейзажи Башкирии, источник: https:\\denilkhanov.livejournal.com264631.html

Продолжение здесь