Найти тему
Дина Гаврилова

1942 йыл. Таң (на башкирском языке)

Оглавление

Содержание

Глава 1

Глава 2

Дорогие читатели, это перевод романа "Цвета холодных лет" на башкирский язык. Я публикую ее по просьбе моих башкирских друзей. Чтобы вам не стало совсем скучно, я добавила в главу фото пейзажей Башкирии. Приятного всем просмотра. Кому очень интересно, может прочитать перевод на русском языке можно здесь.
фото из архива автора
фото из архива автора

Перевод выполнил Дамир Шарафутдинов

начало здесь

1942 йылдың яртыһы ауҙы. Июнь ҡояшы яңы иртәне уята. Ихатала булашҡан Әлтүк киндер халатының төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе лә битен алсаҡ ҡояш нурҙарына ҡуйҙы:

– Бөгөн йылдың иң оҙон көнө. Яҙ бөтөп, йәй башлана. Ҡояш ни бирә, келәттәрҙә шул булыр.

Өлкән балалары шау-гөр килеп һыу һибешеп уйнайҙар.

– Сәсрәтмә, ерән бүкән! – тип сәрелдәй Полина.

– Мин бит яңылыш, – йыуантыҡ Пантелей хәйләкәр йылмая. Полина биҙрәнән ҡушуслап һыу алып, туғанынына һирпә:

– Һә, яңылыштан! Бына һиңә, мә!

Битенә һалҡын һыу эләккән Пантелей сирҡаныс итеп уфылдай. Ҡәнәғәт Полина аласыҡҡа ҡасып, әсәһенең ышығына баҫа, уны биленән ҡосаҡлай.

– Әсәй, уның сырайы тап теге ваҡыттағы кеүек сирылғайны – дөйә төкөргәндә! – тип көлә ҡыҙыҡай, тигеҙ аҡ тештәрен сағылдырып. – Хәтерләйһеңме, һуғышҡа тиклем әле, беҙҙә карауан ялға туҡтағайны? Ҡытай сауҙәгәрҙәре төрлө тауар килтергәйнеләр. Пантелей таныш булмаған хайуан тирәләй оҙаҡ өйөрөлөп йөрөнө. Шунан танауына сыбыҡ менән төртөп ҡараны. Ә дөйә уның битенә төкөрҙө. Вәт ҡыҙыҡ булғайны!

– Хәтерләйем, нисек иҫтә булмаһын.

– Ул ваҡытта ҡытайҙар ебәк тауарҙарын өйгә индереп тултырғайнылар, бер таҫмалары һандыҡ артына төшөп ятып ҡалған. Ауылда бер кемдең дә ундай таҫмаһы булманы!

– Һиңә ни булһа ла тағып алырға ғына булһын! – тип үсекләште Пантелей.

– Әсәй, беҙ бөгөн Дурстройҙа (Дорстрой) эшләйбеҙ, – тип тәтелдәүен дауам итте Полина, ҡайнар ыумасты ҡарһаланып һемереп, – йәтеш булды, таяҡтарҙы (трудодень) күберәк ҡуясаҡтар!

– Имән йығырға барабыҙ, – тип үҙенең нишләрен дә аңлатып өлгөрҙө Пантелей. – Шоссела күперҙе төҙәтәләр. Бағаналарын алмаштыралар.

Балаларының йәш, алсаҡ йөҙҙәренә ҡарап, Әлтүк ҡыуанысын йәшерә алмай. Аталары күрһә ине. Өлкәне, Полина, шундай һылыуҡай! Көлөүе Микәйҙеке һымаҡ, күңелгә үк үтә. Уға ун өс кенә йәш әле, ә бесән сабыуҙа өлкәндәрҙән ҡалышмай. Ун бер йәшлек Пантелей ҙа апаһына оҡшап тырыш. Шулай ҙа арыйҙар, бахырҙар. Таң тишегенән сығып китеп, ҡараңғы төшкәнсе бил бөгәләр. Ә бит бирешмәйҙәр һис тә, кәйефтәре көр.

Бөгөн һуғыш башланыуға бер йыл. Былтыр декабрҙә уның Микәйен дә алдылар. Быға тиклем уны Өфө янындағы Алкинда хәрби летчик булырға әҙерләгәйнеләр. Баштүбән әйләндереп ҡарағас, ҡоҫҡоһо килеүе асыҡлана. Шуға летчик була алмай ире. Ленинградҡа пехотаға ебәрәләр. Хәҙер бына Әлтүк тик иренең хаттары менән генә йыуана. Хаттар күп түгел. Ул йыш ҡына балаларына ҡысҡырып уҡый, ятлап бөткән инде.

Һыйырҙы һауғас, Әлтүк, йәлләп кенә, рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан Еля ҡыҙын уятты:

– Уян, ҡыҙым. Көтөүҙе ҡыуырға кәрәк. Бөгөн Светловкаға өләсәйҙәргә барып килергә ине. Йыуырға керҙәрен әҙерләп ҡуй. Иртәгә үҙем барырмын, мунса яғырмын.

Алты йәшлек Еля күҙҙәрен тырнап асып, теләр-теләмәҫ кенә мейес башынан төштө. Шул тиклем торғо килмәй. Тағы саҡ ҡына йоҡларға ине! Әсәһе икенсегә уятып тормаҫ шул. Әйткән икән, барырға кәрәк. Кирелә-һуҙыла Еля киндер күлдәген кейҙе. Сирҡанып ҡына тыҡрыҡҡа сығып, һыйыр менән ике һарыҡты ҡыуып китте. Катя әбейҙең һарайында әтәс ҡысҡыра. Ә Аграфена инәйҙең ихатаһында Тузиктың ялҡау ғына өргәне ишетелеп ҡала. Көтөүсе малайҙың ҡулында сыбыртҡы шартлауы ҡыҙыҡайҙы һиҫкәндереп, ҡабалана төшөргә мәжбүр итә. Ысыҡлы бәпкә үләне яланғас табандарҙы сирҡандырып ҡытыҡлай. Еля үләнгә түгел, ә арба эҙенә баҫырға тырыша. Һалҡын ысыҡҡа баҫып, аяҡтарын өшөтөүҙән ҡурҡа ул. Әсәһе ҡыш буйына аяҡтарынан ыҙалап сыҡты. Таяҡтарға таянып, өйҙә саҡ-саҡ йөрөй торғайны. Хатта имсе әбейгә лә барҙылар. Билдәле сихырсының туғаны доғалар уҡыны, өшкөрҙө. Имселәнгән бутҡа менән печенье балаларға ла эләкте. Атаһының мал сирҙәре, уларҙы үләндәр менән дауалау тураһында китабы һаҡлана. Полина апаһы кистәрен әсәһенең арҡаһын скипидар менән ыуҙы. Өй дарыу еҫтәре менән тула. Еля баҙға төшөп андыҙ тамыры алып менә, йыуан тамырҙарҙы ентекләп йыуа, ҡаты ҡабығын ҡыра, турай. Тап шул саҡта уның күңелендә табип булыу ниәте тыуғандыр ҙа.

Һыйырҙы ҡыуғас, ҡыҙыҡай тиҙерәк кире ашыҡты. Өйҙә ҡаҙанда йылы аш көтә. Ә кәртә буйында еңел кырандас тора. Колхоз рәйесе Терентий Иванович Миронов, ҡырҡ йәштәр самаһындағы ҡарасман ир, ҡапҡаны аса биреп хужабикәне саҡыра:

– Ҡоҙаса, начальствоны ҡотҡар! – тип ауыҙын сепрәк менән ҡаплап йүткерә ул. – Һиндә ниндәйҙер тылсымлы эсемлек бар тиҙәр.

Рәйестең ҡояшта янған бите күгелйем булып киткән, нәҙек муйынындағы ҡан тамырҙары бүртенешеп сығып, һимеҙ селәүсендәрҙе хәтерләтә.

– Бар, бар, Терентий Иванович, – Әлтүк аласыҡтан сыҡты. – Әйҙә, үт. Сир бит кемгә йәбешерен һайлап тормай.

– Был йүтәл эсәктәремде аҡтарып сығара инде! – Председатель эскәмйәгә ултырҙы. – Ауыртмаған ерем юҡ. Бүҫер килеп сыҡмаһын!

Әлтүк балсыҡ көршәктән андыҙ төнәтмәһе ҡойҙо:

– Мә, ҡоҙа, шифалы кеүәҫ эсеп ҡара. Йылымыс ҡына.

– Шәрбәт кенә, – тип телен сәпелдәтте рәйес, ғолтолдатып уртлағас. – Бөгөн керпек ҡаҡҡан юҡ. Көндөҙ түҙерлек әле, ә бына ҡайтып ятһам, йүтәл быуа ла ҡуя. – Ул гимнастеркаһының төймәһен ысҡындырҙы. – Тын алырлыҡ түгел.

Әлтүк соланға йүгереп кенә барып, ҡараңғы мөйөштә һаҡланған дарыуҙар араһынан тылсымлы шыйыҡсаһын табып, шешәгә ҡойоп алды.

– Мин һиңә бына ошо дауаны бирәм. Йүткерә башлаһаң, эсерһең. Икешәр ҡалаҡ таман булыр.

– Ҡоҙасаҡай, һинең кеүәҫеңдән һуң ысынлап та хәл йүгерҙе! – Рәйес түҙемһеҙләнеп көткән юртағына күҙ һалды. – Ауылды йөрөп сығырға кәрәк, йүнһеҙҙәрҙе уятып эшкә ҡушырға. Ҡай бер аңһыҙ элементтар ҡалаға һыпыртырға тора, кемелер үҙ һыйырына бесән сабырға китә. Ундайҙар менән һүҙ ҡыҫҡа минең. Маңлайына йоҙроҡ менән бәрһәң, мейеләре урынына ултыра, – уның йөҙө ҡырыҫланды. – Кемдәрҙер ошондай ваҡытта, ил һуғышта еңеү яулағанда, уҡырға китергә йыйына! Ана, яңыраҡ берәү менән сәкәләштек...

фото из архива автора
фото из архива автора

Пелагея ҡарсыҡ менән булған хәл рәйестең башынан сыҡмай, теш һыҙлауы һымаҡ, һаман өйкәй. Ундай хурлыҡты кисергәне юҡ ине әле. Ул, власть вәкиле булараҡ, гимнастерка, шинель һәм хәрби фуражка кейеп йөрөнө. Быға хоҡуғым бар, тип һанай торғайны. Колхоз рәйесе көтөүсе түгел дә инде. Терентий Пелагея ҡарсыҡҡа туранан-тура ярып һалды:” Бынауындай уттай ҡыҙыу ваҡытта һинең ҡыҙҙарың колхоз эшенән ҡасып йөрөйҙәр! Сарафандар кейеп алып, ҡалаға сабалар. Мәрйәгә уҡып сығалар, имеш! Көрәк-һәнәк кәрәкмәй уларға, ҡара эштән сирҡаналар. Бетле интеллигент! Бөгөн ер һөрөргә кәрәк, ә училищела йөрөргә түгел! Бөтәһе лә фронт өсөн, еңеү өсөн!”

Ә ул, хәстрүш ҡарсыҡ, көйәнтәләй кибеп кәкерәйеп бөткән үҙе, ғәм халыҡ алдында уны мәсхәрә итте! Әсе теле үтә ағыулы булып сыҡты. Идара алдында рәйесте күкрәгенән матҡып алып, бар урамға яр һалды:” Сарафанды уны һәр иҫәр ҡыҙыҡай кейеп йөрөй ала, ә бына шинелде кейеү хоҡуғын фронтта яуларға кәрәк! Уның сабыуынан ҡан тама. Һинең тыл осаңа хәрби кейем ҡаплау хоҡуғың юҡ!”

– Мине табиптар “ярамай”ға сығарҙы! – тип ярһып яуаплағайны ул. – Балалыҡ иҫәрлеге менән үҙемде йәрәхәтләгәнемә мин ғәйеплеме ни? – Терентий бармаҡһыҙ уң ҡулын ҡатындың күҙ алдында уйнатты. – Мылтыҡ әтмәләргә маташҡайным, уныһы атылды ла, бармағымды өҙҙө!

Эштә ни тиклем тырышмаһын, рәйес барыбер колхоз бисәләре алдында үҙенең ғәйебен тоя. Пелагея ҡарсыҡтың һүҙҙәре иң үҙәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Ул бит әлүк фронтҡа китергә әҙер. Нәҫелдәрендә лә ҡурҡаҡтар булғаны юҡ. Ләкин шунан һуң рәйес шинелен элеп ҡуйҙы: бындай иҫәрҙәрҙән алыҫыраҡ тороуың хәйерле. Ә бына Әлтүк бөтөнләй икенсе ҡатын. Юҡ-бар хәбәр һөйләмәҫ, сабыр холоҡло. Ихтирам кәрәк ундайҙарға.

– Әлтүк, ҡулдарың алтын һинең. Ат һарайында теләһә кем эшләй алмай, ә һин булдыраһың. Ҡарап тороуы кинәнес. Микәй яҙамы?

– Ефрейтор дәрәжәһе бирҙеләр тип яҙғайны, – ҡатындың күҙҙәре моңһоуланды.

– Аҡыллы кеше ул.

– Ленинград янында һуғышта. Летчик сыҡманы унан.

– Иң мөһиме – иҫән.

Продолжение

Начало книги "Цвета холодных лет" можно читать здесь Электронные книги можно скачать на моем сайте. Книги в мягкой обложке можно заказать по почте, пишите мне Вконтакте.
Также предлагаю вашему вниманию книгу, которая никого не оставляет равнодушным
"Поленька или Христова невеста".
Всем спасибо, всем солнца и радости, пишите мне kabelikivi@yandex.ru