Найти тему
N + 1

Ҙур башҡорт рифы

Стәрлетамаҡ шихандарының ПалеоУрал океаны диңгеҙе төбөнә «ҡапҡа» булғаны

Посреди башкирских степей высятся три холма. На их склонах нашли приют редкие растения и животные, а сотни миллионов лет назад они были богатыми жизнью рифами. По предложению читателей мы перевели на башкирский язык статью о том, как стерлитамакские шиханы оказались «вратами» на дно Палеоуральского океана и как добыча соды уничтожила их четвертого «брата».

Статья на русском.

Перевод выполнен для проекта «Языки России», который создан при содействии АНО «Институт развития интернета».

Башҡорт далалары уртаһында өс тау: Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары ҡалҡып тора. Битләүҙәрендә һирәк үҫемлектәр һәм хайуандар төйәк тапҡан, ә йөҙҙәрсә миллион йыл элек улар тормош ҡайнап торған рифтар булған. N + 1 был шихандарҙың үткәне тураһында нимә белеүебеҙ һәм уның уларҙың дүртенсе туғанын емереү менән нисек бәйле булыуы тураһында һөйләй.

«Шихан» һүҙе төрки сығышлы һәм яңғыҙ түбә тигәнде аңлата. Был атама Волга буйынан алып Уралға тиклем рельеф объекттарының бик күптәренә йәбешеп ҡалған, мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә Аракүл шиханы бар, ә Свердловск өлкәһендә – Шихан ҡаяһы. Әммә Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйлап 20 километрға сылбыр булып теҙелгән Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау һәм Шаһтау башҡа шихандарҙан айырылып тора.

Шихан Куштау / Wikimedia Commons
Шихан Куштау / Wikimedia Commons

Уларҙың тарихы бынан 300 миллион тирәһе йыл элек, ташкүмер осоро һуңында башлана. Ул ваҡыттағы донъя картаһы хәҙер беҙ күреп өйрәнгәненә бөтөнләй оҡшамаған. Хәҙерге ҡитғаларҙың ҙур өлөшө Пангеяға берләшкән була, уларҙың ярҙары Төньяҡ ярымшарҙан Көньяҡ Ҡотопҡа тиклем һуҙыла. Ә төньяҡ-көнбайышта уның менән бәләкәйерәк ҡоро ер күршеләш була, уның составына хәҙерге Себер һәм Ҡаҙағстан территориялары инә.

Материктарҙың һуң карбон – иртә Пермь дәүерендәге урынлашыуы / Т. Н. Исакова, Е. И. Кулагина, Т. В. Филимонова / Геологический вестник, 2020
Материктарҙың һуң карбон – иртә Пермь дәүерендәге урынлашыуы / Т. Н. Исакова, Е. И. Кулагина, Т. В. Филимонова / Геологический вестник, 2020

Хәҙерге башҡорт далаларында йылы диңгеҙ – ПалеоУрал оеканының һуңғы фрагменты йәйрәп ята. Ҡасандыр ул ҙур территорияны биләй, әммә даими рәүештә кәмеп, иртә Пермь (299 миллион йыл элек) Панталасс һәм Палеотетис океандарын берләштереүсе тар ғына боғаҙ булып ҡала. Артин быуаты һуңында (270-275 миллион йыл элек) был боғаҙ көньяҡтан тулыһынса тоташа һәм эске диңгеҙ барлыҡҡа килтерә. Океан ағымы үҙгәрә, уның артынса Ерҙәге тормош та үҙгәреш кисерә.

ПалеоУрал океанынан ҡалған тәрән һыулы боғаҙ һәм Көнсығыш-Европа платформаһының тотош территорияһын тиерлек ҡаплап алған ҙур шельф диңгеҙе сигендә субмеридианаль йүнәлештә һуҙылған рифтар сылбыры барлыҡҡа килә. Дәүмәле буйынса ул хәҙерге Австралияның көнсығыш ярында урынлашҡан һәм оҙонлоғо 2500 километрға еткән Ҙур Барьер рифынан саҡ ҡына ҡалыша.

Беҙ күреп өйрәнгән һәм алты ҡырлы кораллдарҙан (Hexacorallia) яһалған рифтарҙан айырмалы, боронғо Урал рифтарының каркасын палеоаплизиндар (Palaeoaplysina) - гидроид полиптарға оҡшаш серле тере организмдар төркөмө, шулай уҡ тубифитестар (Tubifites) - ваҡ ҡына эзбиз көпшәләр тороп ҡалған билдәһеҙ систематик торошло тере организмдар барлыҡҡа килтерә. Беренселәре лә, икенселәре лә, коралдар кеүек үк, организмдарҙа кальций туплай һәм башҡа риф төҙөүселәрҙе: мүк, брахиоподтар, эзбиз ылымыҡтары һәм Пермь һуңында үлеп бөткән дүрт ҡырлы ругоз коралдарын (Rugosa) субстраттар һәм кәрәкле шарттар менән тәьмин итә. Улар тыуҙырған мөхиттә моллюскылар, энә тирелеләр, балыҡтар һәм башҡа диңгеҙ хайуандары үрсей.

Шаһтау, Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау ул ваҡытта конус формаһындағы яңғыҙ рифтар – ошо рифтар сылбырының өлөштәре була. Шихандарҙағы эзбиз –йөҙәр миллион йылдар элек үлгән тере орагнизмдарҙың һөлдәләре ул.

Көнгөр быуатында, 283,5 – 272,95 миллион йыл элек, Себер һәм Ҡаҙағстан Пангеяға тулыһынса ҡушыла. Ҡасандыр ПалеоУрал диңгеҙе булған боғаҙ тиҙҙән үҙендә булған тере организмдар менән бергә юҡҡа сыға, ә үҫеше Һаҡмар быуатында (290 миллион йыл элек) уҡ тамамланған боронғо рифтарҙы гипс, ангидриттар һәм тоҙ ҡаплай. Шихандар шундай «консерваланған» хәлдә неоген осорона тиклем тора.

Ун миллион самаһы йыл элек тектоник процестар һөҙөмтәһендә дүрт боронғо риф ер өҫтөнә сығарыла. Уларҙы ҡаплаған ҡатламдар эрозия һөҙөмтәһендә бик тиҙ юҡҡа сыға, ә нығыраҡ эзбиз ҡатламдары һаҡланып ҡала. Шулай итеп дала уртаһында иртә Пермь диңгеҙе төбөнөң үҙенсәлекле реконструкцияһын күәҙәләндергән дүрт шихан барлыҡҡа килә. Уларҙың иң бейеге – Торатау (ялан террасаһынан - 280 метр, диңгеҙ кимәленән 406,6 метр бейеклектә), уның артынса Ҡуштау килә (251 һәм 374,5 метр), артабан - Йөрәктау (220 һәм 338 метр). Шаһтауҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 336 метр була.

Стәрлетамаҡ шихандарының диңгеҙ кимәленән бейеклеге буйынса урынлашыуы  / Б. И. Чувашов, Э. З. Гареев / Уникальные памятники природы — шиханы Тратау и Юрактау (под ред. А. И. Мелентьева и В. Б. Мартыненко), 2014
Стәрлетамаҡ шихандарының диңгеҙ кимәленән бейеклеге буйынса урынлашыуы / Б. И. Чувашов, Э. З. Гареев / Уникальные памятники природы — шиханы Тратау и Юрактау (под ред. А. И. Мелентьева и В. Б. Мартыненко), 2014

ПалеоУрал океаны рифтарының ҙур өлөшө әле һаман ер аҫтында ҡала. Мәҫәлән, Кесе һәм Яңы Шихандар – төп шихандарҙан алыҫ булмаған урында ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар - яртылаш күмелгән. Башҡа рифтар ер өҫтөндә бөтөнләй һиҙелмәй. Миллиондарса йыл эсендә улар Ишембай нефть ятҡылыҡтары төркөмөн барлыҡҡа килтергән тәбиғи нефть коллекторҙарына әүерелгән.

Күк утрауҙары

Боронғо рифтар ер өҫтөнә сыҡҡас, уларҙа икенсе тапҡыр, был юлы инде ҡоро ерҙә йәшәүсе тере организмдар үрсей башлаған. Яңы инкарнацияла шихандар тағы ла биологик күп төрлөлөк үҙәгенә әүерелә.

Айырым ултырған утрауҙар төрҙәрҙең, шул иҫәптән эндемик төрҙәрҙе лә индереп, уникаль комплексын барлыҡҡа килтергән ысын эволюцион лаборатория булып тороуы биологтарға яҡшы билдәле. Әммә шуға оҡшаш процестар, уларҙы урап алған тигеҙлектәгенән айырылыуға ҡарамаҫтан, ҡалҡыулыҡтарҙағы ҡоро ерҙә лә барырға мөмкин. Инглиз телендәге әҙәбиәттә уларҙы «һауа утрауҙары» (sky islands) тип атайҙар – уларға далала ҡалҡып торған шихандар ҙа инә.

Урындағы төрҙәрҙең изоляцияһын бейеклек түгел (ул бик бәләкәй), ә тау тоҡомдары составы тәьмин итә: күп километрҙарға улар эзбиз өҫкә сығып, тупраҡты ашлаусы тоҡом булып торған берҙән-бер участка. Һөҙөмтәлә урындағы флора һәм аҙыраҡ дәрәжәлә фауна яҡын-тирәләге территорияларға хас булғандан ныҡ айырыла. Бынан тыш, шихан битләүҙәре төҙөлөш һәм хужалыҡ алып барыуға ярамай. Был уларға кеше эшмәкәрлеге арҡаһында һирәк булып ҡалған күп кенә төр үҫемлектәр һәм хайуандар өсөн һыйыныу һәм һаҡланыу урыны булып ҡалыу мөмкинлеге бирә.

Шихандарҙа экологик йәмғиәттәр ҡатмарлы мозаика тыуҙыра. Торатауҙа һәм Йөрәктауҙа ялан далаларының петрофит һәм ҡыуаҡлыҡ варианттары, ялан ҡыуаҡтары өҫтөнлөк итһә, төньяҡ битләүҙәре имән, саған, йүкә кеүек киң япраҡлы урмандар менән ҡапланған. Ҡуштауҙың ҙур өлөшөн киң япраҡлы урман ҡаплаған, ә дала флораһы, нигеҙҙә, көньяҡтағы һәм көнсығыштағы текә битләүҙәрҙә. Бер нисә йәшәү мөхитенең аралашыуы төрлө тереклектең йәшәүен тәьмин итә. Мәҫәлән, Торатауҙа һәм Ҡуштауҙа 400 төр үҫемлек билдәләнә, ә Йөрәктауҙа – 370. Был – Башҡортостан флораһының сирек өлөшө тиерлек.

Шихандарҙың битләүҙәрендәге 20 төр үҫемлек Башҡортостан Республикаһының, ә һигеҙе – Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Тәү сиратта улар эзбизле урында үҫеүгә яраҡлашҡан петрофит ялан төрҙәре. Уларҙың ҡайһы берҙәре Рәсәйҙән ситтә йәки көньяҡ Уралда осрай. Ә киң таралған айырым төрҙәр, ләкин башҡа урындарҙа сағыштырмаса һирәк булғандары шихандарҙа ҙур популяцияны тәшкил итә. Мәҫәлән, Ҡуштау итәгендә бер нисә миллион Биберштейн ләләһе (Tulipa biebersteiniana) үҫә. Һирәк осраған йәнлектәр, тәү сиратта – бөжәктәр, ҙә бар: Ҡуштау үҙе генә Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ирдерелгән 16 төр төйәге, уларҙың 78-е Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабыны индерелгән.

Юғалған тау

Стәрлетамаҡ шихандарынан бөгөнгәсә өсөһө һаҡланып ҡалған: Ҡуштау, Йөрәктау, Торатау. Дүртенсе шихан Шаһтау нигеҙенә тиклем ҡаҙылған. 1930 йылдарҙың икенсе яртыһында геологтар уның риф сығышлы эзбиздән тороуын күрһәткән, ә инде артабан тикшеренеүҙәр уларҙың Сольве ысулы буйынса кальцийлы сода (натрий карбонаты) етештереү өсөн яраҡлы булыуын раҫлаған.

Шахтауҙа шартлатыу эштәре
Шахтауҙа шартлатыу эштәре

Был ысул XIX быуат уртаһында уҡ уйлап табыла һәм әлегә тиклем натрий карбонатын сәнәғәт етештереүенең төп ысулы булып ҡала. Беренсе этапта эзбиз йәки аҡбур яндырып табылған углекислый газ аммиак менән бергә натрий хлоридының ҡуйы ҡатнашмаһы аша үткәрелә һәм аммоний хлориды менән натрий гидрокарбонаты (аш содаһы) алына. Аммоний хлориды ҡабат производство циклына ҡайтаралар, ә соданы фильтр аша үткәрәләр һәм Цельций буйынса 140-160 градуста киптерәләр. Һөҙөмтәлә натрий карбонаты һәм углекислый газ (уны ҡабат ҡулланалар) барлыҡҡа килә.

Шаһтауҙа эзбизде сәнәғәт табыуы 1949 йылда башлана. Уның битләүенә динамит шашкалары һалып шартлаталар, ә тоҡомдо вагонеткаларға тейәп канат юлы буйынса күрше Стәрлетамаҡтағы сода-цемент комбинатына алып баралар. Алынған натрий карбонаты быяла эшләүгә китә, металлургияла һәм башҡа бик күп тармаҡтарҙа файҙаланыла. 1975 йылда шихандың бейеклеге ундан бер өлөшкә кәмей, ә ярты быуаттан һуң Шаһтау шиханы карьерға әүерелә, унан сеймал тулыһынса тиерлек алына.

Шаһтау карьеры 2005 йылда  / A. V. Mazaev / Paleontological Journal, 2020
Шаһтау карьеры 2005 йылда / A. V. Mazaev / Paleontological Journal, 2020

Ваҡыт ҡапҡаһы

Шаһтауҙы юҡҡа сығарған эзбиз табыу сода етештереү өсөн сеймал ғына биреп ҡалмай, унда бик күп яҡшы һаҡланған ҡиммәтле палеонтологик ҡаҙылмалар табыла, тип билдәләй N + 1 менән әңгәмәлә Рәсәй Фәндәр академияһының Палеонтология институты хеҙмәткәре Алексей Мазаев. 2015 йылдан алып ул коллегалары менән бергә Шаһтауҙа туғыҙ палеонтологик экспедиция үткәрә.

Мазаев башҡорт шихандарын «ваҡыт ҡапҡаһы» тип атай: улар ярҙамында алыҫ үткәндәргә күҙ һалырға һәм иртә Пермь океанындарында тормошоң ниндәй булыуын белергә мөмкин. Әммә файҙалы ҡаҙылмаларҙы дала рифтарының асыҡ битләүҙәрендә эҙләү файҙаһыҙ: өҫтәге эзбизде эрозия ныҡ ашаған. Бынан тыш, боронғо риф бер төрлө генә булмаған, һәм уның төрлө өлөштәренән алынған ҡаҙылмалар бер-береһенән ныҡ айырыла. Тейелмәгән шихандар Пермь рифтарының ниндәй формала булыуын күҙаллау мөмкинлеге бирә, әммә уларҙы тулыһынса өйрәнеү өсөн эскәрәк күҙ һалырға кәрәк. Быға Шаһтауҙа эзбиз табыу ярҙам итә.

Шиханда палеонтологик һәм литологик тикшеренеүҙәр 1960-1970 йылдарҙа башлана. Әммә ғәмәлдә бай материал Рәсәй Фәндәр академияһының Палеонтология институты хеҙмәткәрҙәре тарафынан һуңғы биш йылда ғына туплана. Уның ҙур өлөшө артабан эшкәртеүҙе һәм һүрәтләүҙе көтә. Хәйер, ғалимдарға боронғо рифтарҙың тәбиғәте тураһында билдәле мәғлүмәт тә иҫте китәрә.

Шаһтауҙың палеозой фаунаһы саманан тыш күп һанлы һәм төрлө булып сыҡты. Аяҡбаш моллюск наутилоидтарҙың (Nautiloidea) ғына бында 15 тоҡомо йәшәй, уларҙың һәр ҡайһыһы бер нисә төрҙән тора – был иртә Пермь ҡатламдары өсөн иң юғары күрһәткес. Ҡорһағаяҡлы моллюскылар тағы ла күп төрлөрәк булып сыҡты: тикшеренеүселәр уларҙың 90 төрөн һүрәтләне, ә дөйөм һан 120-гә етеүе ихтимал. Бик күп ҡаҙылмалар өсөн Шаһтау типик урын булып торһа (йәғни экземпляр табылған урын һәм уның буйынса һүрәтләү яҙыла), ә ҡайһы берҙәре палеонтологтарға бары тик бында ғына осрай. Шундайҙарға геликоприондар ғаиләһе вәкиле - спираль яңаҡлы кимерсәк һөйәкле балыҡ Shaktauites seiwинә инә.

Моғайын, ПалеоУрал океаны рифтары беҙҙең замандың «һауа утрауҙары» булғанға тиклем ҡайһы бер төрҙәр өсөн һыйыныу урыны булып торғандыр, шуға ла улар бында башҡа донъялағыға ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәгән. Мәҫәлән, Шаһтау ҡатламдарында сағыштырмаса ҙур, оҙонлоғо 10 сантиметрғаса еткән Brachymetopus (Conimetopus) alekseevi трилобиттар табыла. Башҡа донъяла уларҙың төрө ҡыҫҡара һәм һиҙелерлек вағаялар. Orecopia inopinata һәм Bellazona acuta ҡорһағаяҡлы моллюскыларға бында һуң девонда үлеп бөткән ырыуҙаштарына ҡарағанда 80 миллион йылға оҙағыраҡ йәшәү мөмкин була. Айырым наутилоидтар ҙа реликттарға ҡарай: уларҙың ҡайһы бер ғаиләләре карбон һәм девон осоронда юҡҡа сыға. Моллюскыларҙың ҡайһа бер формалары, киреһенсә, бында, башҡа донъя менән сағыштырғанда, иртәрәк барлыҡҡа кил, мәҫәлән, мезозой дәүеренә хас Cristalloella (Wonwalica) һәм Monimirus, шулай уҡ боронғо устрицаларҙың (Ostreidae) береһе.

Brachymetopus (Conimetopus) alekseevi трилобиты  Eduard V. Mychko / Zootaxa, 2019
Brachymetopus (Conimetopus) alekseevi трилобиты Eduard V. Mychko / Zootaxa, 2019

Шаһтауҙың палеофаунаһының күп төрлөлөгөнөң сәбәбенең береһе булып иртә Пермь дәүерендә уның географик урынлашыуы булыу мөмкин. Үрҙә әйтеп кителгәнсә, ул дәүерҙә ПалеоУрал океаны Палеотетис һәм Панталассаның арктик өлөшө араһында боғаҙ булып тора. Күрәһең, ул диңгеҙ тереклеге өсөн таралыу коридоры булып торған һәм фауналарҙың ҡушылыуына булышлыҡ иткән. Быны палеозой фаунаһы ареалы тураһында хәҙерге күҙаллауҙарға тап килмәгән табыштар ҙа дәлилләй – мәҫәлән, ҡорһағаяҡлы моллюскылар Төньяҡ Америка ҡатламдары өсөн хас. Бынан тыш, Шаһтауҙа Properrinites ырыуынан булған аммонит табыла. Ул Төньяҡ Евразияла табылған Perrinitidae ғаиләһенең тәүге вәкиле (быға тиклем уны Төньяҡ Америка ҡатламдарында һәм Пермь дәүерендә Палеотетс ярын барлыҡҡа килтергән төбәктәрҙә табалар).

Эзбиз үләте

Шаһтауҙа эзбиз запасы тулыһынса 2022 йылда бөтәсәк. Индустрияға йөҙҙәрсә миллион йылды цвилизация файҙаһына ҡулланыу өсөн быуаттан кәмерәк ваҡыт кәрәк була. Бынан һуң уның территорияһы рекультивацияланырға тейеш: карьерҙың бер өлөшөндә күл буласаҡ, киртләстәренә ағастар ултыртыласаҡ.

Палеонтолог Мазаев Шаһтауҙың киләсәге икенсе төрлө булһын ине, тип теләй. Ул карьерҙа ҡалған киртләстәрҙе геологик һәйкәл сифатында ҡалдырып, уның «Торатау» геопаркының (геопарк үҙенә Торатау һәм Йөрәктау шихандарын һәм уларҙың тирә-яғын ала) иң әһәмиәтле нөктәһенә әйләндерелеүенә өмөтләнә. Шаһтау карьерында табылған бик күп ташҡа әйләнгән табыштар һаҡланған Иван Скуин исемендәге Таш музейы менән берлектә карьер, беренсенән, туристарҙы тартып тороу, икенсенән – фәнни йәмғиәт: геологтар, палеонтологтар, петрологтар өсөн мөһим «йыйылыу урыны» буласаҡ. Был хыялдар тормошҡа ашырмы – билдәһеҙ. Радий Хәбировҡа, шулай уҡ Рус география йәмғиәтенә Рәсәй Фәндәр академияһының Палеонтология институты директоры Алексей Лопатин ҡултамғаһы менән ебәрелгән хаттарға әле яуап юҡ.

Шаһтау яҙмышы нисек хәл ителгәндә лә, Башҡортостан сода етештереүселәре уға алмаш эҙләй. Тәү сиратта уларҙы ҡалған өс шихан ҡыҙыҡһындыра. Уларҙағы эзбиздең химик составы һәм физик үҙенсәлектәре Шаһтауҙа табылған эзбизде хәтерләтә. Тимәк, производствоны үҙгәртмәйенсә дауам итергә мөмкин. Бынан тыш, барлыҡ өс шихан да бер-береһенән дә, Стәрлетамаҡтағы цехтарҙан да алыҫ түгел. Был сеймал ташыуға өҫтәмә сығымдар тотонмау мөмкинлеге бирә. Башҡа сығанаҡтарҙағы эзбизгә күсеүҙе (мәҫәлән, Сибай эргәһендәге Төйәләҫ ятҡылығы, ҡуштауҙан 500 километр алыҫлыҡта) компания ҡарамай: йәнәһе, улар бик алыҫ һәм кәрәкле сифаттағы сеймал менән тәьмин итә алмай. Әйткәндәй, ҡайһы бер белгестәр, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире Исхаҡ Фәрхетдинов был белдереүҙәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен һәм сәбәбен бары тик производствоны модернизацияларға теләмәүҙә генә, тип иҫәпләй.

2011 йылдан башлап «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Рәсәйҙә төп аш һәм кальцийланған сода етештереүсе һәм Башҡортостандың иң эре һалым түләүселәренең береһе булған «Башҡортостан сода компанияһы»ның бер өлөшө) Торатау һәм Йөрәктауҙы эшкәртеү хоҡуғына эйә булырға тырышып ҡарай. Әммә был ике тау ҙа 1965 һәм 1985 йылдарҙа республика әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәлдәре тип табыла. Бындай статус геологоразведка үткәреүҙе һәм файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы тыя. Компания был айырым һаҡланған тәбиғәт территорияларының береһенең булһа ла статусын бөтөрөүҙе юллап ҡараны. Шул уҡ ваҡытта бер ҡасан да һаҡлау статусы булмаған Ҡуштау компанияны ҡыҙыҡһындырмай: туғыҙ йыл элек уның етәкселеге магнит карбонаты ҡушылмаһы күп булғанлыҡтан тауҙың эзбизе производствоға ярамай тип раҫлай.

Торатау менән Йөрәктауҙың статустарын алырға тырышыу Башҡортостанда һәм унан ситтә ҙур ҡаршылыҡ тыуҙырҙы. Был бәхәскә нөктәне ул ваҡыттағы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡуйҙы – 2018 йылда ул ҡалған шихандарҙың береһе лә эшкәртелмәйәсәк, тип белдерҙе.

Әммә Стәрлетамаҡта производство өсөн сеймал наҡыҫлығы юҡҡа сыҡманы. Шуға күрә, Башҡортостанды Радий Хәбиров етәкләгәс, шихандарҙы эшкәртеү мөмкинлеге тураһындағы бәхәстәр яңынан күтәрелде. Был юлы «Башҡортостан сода компанияһы» эзбиз табыуҙы бынан бер нисә йыл элек кенә яраҡһыҙ тип иҫәпләгән Ҡуштауҙа башларға теләк белдерҙе. 2019 йылдың көҙөндә ул тейешле лицензияға эйә булды.

Август башында «Башҡортостан сода компанияһы» эшселәре Ҡуштау итәгендәге ағасарҙы ҡырҡа башланы. Артабан бында геология разведкаһы үткәрелергә һәм күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы заводта аш һәм кальцийланған сода етештереү өсөн кәрәкле эзбиз эшкәртеүгә тотонорға тейештәр ине.

Урындағы халыҡ һәм экологик активистар ҡаршы сыҡты. Улар эштәрҙе туҡтатырға тырышты һәм Ҡуштау итәгендә палатка лагеры ҡорҙо. Компания менән активистар араһында низағ шәхси һаҡ предприятиеһы һәм полиция менән бәрелештәргә килтерҙе – уларҙы тынысландырыу өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы: ул килешеү табылғанға тиклем теләһә ниндәй эштәрҙең туҡтатылыуын вәғәҙә итте, ә 21 августа, әгәр БСК һәм урындағы халыҡ ике аҙна эсендә килешеү тапмаһа, шихан тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителәсәк, тип белдерҙе.

Шихан һаҡсылары тауҙы юҡҡа сығарыу ҡиммәтле экосистеманы һәм һирәк төрҙәр популяцияһын юғалтыуға килтерәсәк, йылғаларҙы бысратасаҡ һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһын Шаһтау карьерынан туҙан туҙҙырған елдәрҙән һаҡламаясаҡ, тип раҫлай. Бынан тыш, урындағы халыҡ яратҡан ял итеү урындарының береһен юғалтҡыһы килмәй. Тағы бер проблема бар: Ҡуштауҙағы сеймал запасы мәңгелек түгел, улар 50-70 йылға ғына етәсәк. Унан һуң, сират икенсе шиханға етергә тейеш.

Әлеге мәлдә Ҡуштауға бәйле хәл-торош туҡталып тора. Һуңғы ваҡиғалар буйынса фекер йөрөткәндә, үлсәүҙең ауыр яғы шиханды һаҡлаусылар яғына тарта – әммә был тарихҡа нөктә ҡуйырға иртә әле. Әгәр Ҡуштау һаҡланыусы территория статусын алһа, 300 миллион йыл йәшәгән был боронғо рифтың кешелек дәүерендә лә йәшәү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.

Ер өҫтөнә сығарылған палеозой рифтары донъяның башҡа өлөшөндә лә, мәҫәлән, Европала һәм АҠШ-та бар. Әммә Рәсәйҙәге Стәрлетамаҡ шихандарының аналогы юҡ. Шаһтауҙы сәнәғәт эшкәртеүе палеонтологтарға ошо эзбиз тауҙарының тарихын һәм Пангеяның барлыҡҡа килеүенең һуңғы этаптарын реконструкциялау өсөн етерлек мәғлүмәт бирҙе. Ҡалғандарын емереү яңы асыштарға килтереүе лә ихтимал, әммә улар Пермь дәүере рифтары тураһында күҙаллауҙарҙы тамырынан үҙгәртеүе икеле. Стәрлетамаҡтан алыҫ булмаған икенсе «ваҡыт ҡапҡаһы» ла шунда уҡ – трилобиттар үҙенең быуатын йәшәгән ПалеоУрал океаны төбөнә алып барасаҡ.

Сергей Коленов (Сергея Кузнецов ҡатнашлығында)

Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова тәржемәһе