Һуғандың элек-электән төрлө сирҙәрҙе дауалау һәм иҫкәртеү өсөн файҙаланылғаны мәғлүм. Шул сараларҙың бер нисәүһен барлап китәйек.
Әгәр ҙә ҡолаҡ шаулай икән, бер ус ҡоро һуған ҡабығы алығыҙ, йыуығыҙ һәм ярты литр һыу ҡойоғоҙ. Ун минут ҡайнатығыҙ һәм бер нисә ҡат марля аша һөҙөгөҙ. Ошо төнәтмәне сәй урынына эсегеҙ.
Теш ҡаҙналары ҡанап торһа ла һуған килешә.
Йәштәр ҙә, ололар ҙа бер ҙә тартынмаһын, йәшел һуған ашаһын. Уларҙың составында С витамины күп. Шулай уҡ, башлы һуған менән алоэ һутын бер үк миҡдарҙа ҡушып, мамыҡҡа манып, теш ҡаҙналарына көнөнә ике тапҡыр һөртөгөҙ, быны улар йүнәлгәнсе эшләгеҙ.
Йүтәл һәм бронхит йонсотһа, бал менән бер миҡдарҙа ҡушылған һуған һутын эсегеҙ.
Бауыр һәм үт ҡыуығы сирҙәренән дә һуған ҡотҡара. Бының өсөн 2-3 йәшел һуған ҡыяғын ашап йөрөгөҙ. Йәшел һуған үтте ҡыуа.
Ҡан сирҙәре, тромбофлебит, атеросклероз кеүек ауырыуҙарға дусар булғандарға ла һуған файҙа килтерә.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Автор: Гүзәлиә Балтабаева