Найти тему
Башҡортостан гәзите

Помада ла дауалай

Һәр хәлдә гәзит уҡыусыбыҙ Гөлнур Әбсәләмова шулай тип иҫәпләй һәм ул социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә ошо рецепт менән уртаҡлашҡан:

“Бала саҡта ейәнемдең ирененә гел генә герпес сығып йөҙәтә ине. Әле уға 22 йәш һәм, шөкөр, ул бәләнән беҙ күптән ҡотолдоҡ. Ҡыҫҡаһы, герпесҡа төҫһөҙ гигиена помадаһы һөртә башланыҡ, шул килеш башҡа сыҡманы.

Үҙемдең танау осонда тире ярылып, ауыртып йөрөгәйне. Унда ла төрлө дарыу-майҙар ҡулланып ҡараным – файҙаһы теймәне. Шул саҡ помада иҫкә төштө. Һөрткәс, тиҙ арала йүнәлде, ауыртыуы баҫылды.

Күптәрҙе шулай табандары ярылып йонсота. Минең дә шул уҡ хәл ине. Нимә генә ҡулланып ҡараманым: глицерин, аммиак, спирт, ҡыуып таҙартылған һыу. Унда ла помада һөртөп ҡарарға булдым. Йыуынғанда табанды пемза менән таҙарттым, унан һуң төҫһөҙ помада һөртә башланым. Хәҙер табандарым шып-шыма.

Яңыраҡ һул күкрәк аҫтына сабыртма сыҡты, тире ел­һенде. Унда ла помадаһыҙ килеп сыҡманы: йүнәлгәнсе һөрт­төм. Бәлки, ул башҡа тире сирҙә­ренән дә ярҙам итәлер?

Ҡатын-ҡыҙға иһә тағы бер кәңәшем бар. Бит, муйын, ҡул тиреһе йәш һәм матур һаҡ­ланһын өсөн вазелин алығыҙ, уны бәләкәй генә ҡапҡасҡа бер аҙ һығып сығарығыҙ, уға бер нисә тамсы аҡ шыршы майы өҫтәгеҙ, һәйбәтләп бутағас, тирегә һөртөгөҙ. Аяҡ балтыр­ҙарына, терһәккә лә мөмкин. Мин был эште мунсаға (ван­наға) тиклем бер сәғәт алдан эшләйем, ул арала май тирегә яҡшы һеңеп өлгөрә, йомшарта. Еүешерәк тирегә һөртһәң, тағы ла яҡшыраҡ”.

Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА