Бүре (лат. Canis lupus) — эттәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр йыртҡыс. Был ғаиләгә ҡараған хайуандар араһында иң ҙуры. Уның оҙонлоғо 160, бейеклеге 90 сантиметрға, ауырлығы 40—45 килограмға барып етә. Ата бүре инә бүрегә ҡарағанда бер аҙ ҙурыраҡ, маңлайы киң, эре һөйәкле була. Башы, бигерәк тә муйыны ҙур. Тештәре һәм яңаҡтары шул тиклем көслө, хатта ҡапҡанға эләккәндә тимер сымдарҙы һәм пружиналарҙы өҙә. Йөнө ҡуйы. Башлыса бүре һоро төҫтә була. Урыҫтарҙа «серый волк» тигән әйтем дә бар. Һоро төҫлө булыуы менән аңлатылһа ла, араларында аҡ төҫлөләре лә осрай. Башҡорттар уларҙы күк бүре тип йөрөтә. Бүреләрҙең төҫө уларҙың ҡайҙа йәшәүенә лә бәйле. Мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта — күк төҫлөләре, көньякҡа табан һоролары осрай.
Тулыһынса бында уҡығыҙ: https://ba.wikipedia.org/wiki/Бүре
Фото Викимилектән алынған (https://commons.wikimedia.org/wiki/File:Canis_lupus_265b.jpg)