Википедияла һәр телдәге бүлек өсөн мотлаҡ булған төп биш ҡағиҙә бар. Башҡа ҡағиҙә-тәртиптәр Википедияла ҡатнашыусылар тарафынан ирекле рәүештә ҡабул ителгән, һәм һәр телдәге бүлек өсөн үҙенсәлекле. Википедия ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән: Вики тигән гавай һүҙе тиҙ тигәнде аңлата, ә икенсе өлөшө -энциклопедия тигән һүҙҙең ҡыҫҡартмаһы. Был проектта мәғлүмәт энциклопедия ҡанундарына ярашлы яҙылырға тейеш. Был шарт Википедияның төп биш ҡағиҙәнең беренсеһе. Теләге булған һәр бер кеше Википедия мәғлүмәтен тулыландыра һәм камиллаштыра, әлегә тиклем булмаған яңы мәғлүмәт өҫтәй ала. Википедия йөкмәткеһен камиллаштырғанда мәғлүмәткә ҡарата рыяһыҙ, объектив булыу шарт. Был иһә Википедияның икенсе төп ҡағиҙәһе. Википедиялағы мәғлүмәт һәр кеше тарафынан ирекле ҡулланыла, таратыла һәм камиллаштырыла ала, шуға күрә мәҡәләләрҙең тәғәйен авторы юк. Мәҡәләгә ниндәйҙер үҙгәреш индергән һәр ҡулланыусы уның авторы (авторҙашы) булып иҫәпләнә. Мәҡәләләр даими рәүештә тулыландырылып, камиллаштырылып торғанлыҡт