Википедия (ингл. Wikipedia) — бик күп телдә яҙылған, сикләүһеҙ ҡулланыуҙа булған ирекле интернет энциклопедия. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилемде һәр халыҡтың туған телендә ирекле ҡулланыу урыны. http://www.wikipedia.org/ интернет-сайтында урынлашҡан. Һәр тел бүлеге үҙ аллы проект, айырым URL адресы бар. Башҡорт телендәге бүлек http://ba.wikipedia.org адресында урынлашҡан. ------------------- Википедия 2001 йылдың 10 ғинуарында Нупедия (Nupedia) исеме менән донъяға килә, 15 ғинуарҙа Википедияның беренсе версияһы уҡыу өсөн асыла. Уға Джимми Уэльс (Jimmy Wales) менән Лари Сэнгер (Larry Sanger) нигеҙ һалған. Википедия проектының рәсми хужаһы булып донъя күләмендә эшмәкәрлек алып барған Викимедиа фонды исемле ижтимағи ойошма иҫәпләнә. Ул ойошма АҠШ-тың Калифорния штатындағы Сан-Франциско ҡалаһында теркәлгән. Фондтың 19 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, урындағы үҙ аллы бүлексәләре бар. Был ижтимағи ойошма Википедия проектының эшмәкәрлеген техник яҡтан ғына ҡурсалай. Башҡа төр йүнәлештәге эш