Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостан” гәзитенең 23 ноябрь һанына күҙәтеү

Илебеҙгә генә түгел, бөтә кешелек донъяһына хәүеф менән янаған наркомания статистикаһы һәр кемде уйланырға мәжбүр итә. Һандарға ҡарағанда, Рәсәйҙә алты миллиондан ашыу наркоман иҫәпләнә, шуларҙың 500 меңе генә рәсми иҫәпкә алынған. Шул уҡ ваҡытта наркология клиникалары йылына 50 мең ауырыуҙы ғына ҡабул итә ала. Илдәге наркомандарҙың 20 проценты – уҡыусы балалар, 60 проценты – 16-30 йәштәгеләр. Илдә наркомандар һаны, совет осоро менән сағыштырғанда, 146 тапҡырға артҡан. Ни өсөн наркомания йылдан-йыл үҫеш ала? Һорауға яуапты 12-се биттә эҙләгеҙ.

“Яҙыусылар араһында шахматты Сабир менән мин иң күп уйнағанмындыр. Әлбиттә, ладьяһыҙ уйнайым. Өҫтөнлөгөн һиҙһә, теле асыла, түҙеп кенә тор:

— Ҡараңғы ғына ауылда тыуып үҫһәм дә, шәп уйнайым бит, ә? Ҡараңғы төпкөлдә үҫтем. Светһыҙ! Мәктәпһеҙ! Ә нисек уйнайым! Каспаровтан кәм уйнамайым мин!

— Мейе күберәктер, тим, минең башта... Мә тотоп ҡара! Аҙаҡ киләсәк быуынға һөйләрһең. Сабир дуҫтың башы тумалаҡ ине, үҙем тотоп ҡараным, тиерһең”.

Наил Ғәйетбайҙың “Мин генийҙыр ул!..” исемле яҙмаһының дауамын 11-се биттә уҡығыҙ.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитов 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына юбиляр менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Интервью 10-сы биттә.

Шулай уҡ гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына “Ҡоролтай тауышы”, “Иман”, “Рухиәт” рубрикаларын тәҡдим итәбеҙ.