...Нуриман районына юл төшкәндә танышҡайныҡ беҙ Динара Аратова менән. Августа Иҫке Күл ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Ошо тантанала күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Күңел йылыһын, күҙ нурын ҡушып эшләнгән түшелдерек-һаҡалдарҙың авторы тап Динара Әмир ҡыҙы булып сыҡты.
Сағыу милли кейеме, ихласлығы менән йәлеп иткән ханым Яңы Күл ауылында тыуып үҫкән. Бәхет эҙләп сит-ят ергә юлланмаған, киреһенсә, яҙмышы уны үҙе эҙләп тапҡан: 2005 йылда урындағы мәктәп төҙөлөшөнә Бөрйән районы егете Руслан Аратов килгән. Йәштәр танышҡандар-ҡауышҡандар, бынамын тигән ғаилә ҡорғандар.
Аратовтар ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Өлкәндәре Гүзәлиә, Азалия, Камила 6-сы, 4-се, 1-се класс уҡыусылары булһа, төпсөктәре Байрас ике генә йәштә. Хәйер, “төпсөк” тигәнебеҙ шартлы төшөнсә: тиҙҙән уларҙың йорто тағы ла шатлыҡлы ауаздар менән туласаҡ, сөнки татыу ғаиләлә бишенсегә бәпәй көтәләр. Әйткәндәй, йәш ғаилә иркен