Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туй йолаһын күргең киләме?

1-2 ноябрҙә республикала тәүге тапҡыр “Туй йолаһы” фестивале уҙғарыла. Унда халыҡ ижадының, боронғо ғаилә традицияларының байлығын сағылдырыласаҡ.

Ижади коллективтар, фольклор ойошмалары етәкселәре, айырым тикшеренеүселәр, Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм танытҡан һәүәҫкәрҙәр, биҙәү-ҡулланма сәнғәт, халыҡ кәсептәре оҫталары Шаран районында йыйыла. Ырымбур өлкәһенән һәм Татарстандан милли фольклор коллективтарының ҡунаҡҡа килеүе көтөлә. Фестиваль йомғаҡтары буйынса “Туй йолаһы” йыйынтығын сығарыу күҙаллана.

Автор: Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА
Фото: Фатима Янбаеваның шәхси альбомынан алынды