Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хафиз йылғаһын кем бысратҡан?

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитетына Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатын мөрәжәғәт итте. Ул Хафиз йылғаһын бысратыуҙарына зарлана.

Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуға бәйле административ тикшереү ойошторолдо. Сара барышында йылғаға бысраҡ һыуҙы “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағыҙыуы асыҡланды. Лабораторияла үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәһендә ошо биләмәләге тупраҡтың да бысраныуы билдәләнде. “Толпар” йәмғиәтенә 48,75 мең һум штраф һалынды.

Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА