Ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, матур, йәш булып күренеү өсөн төп иғтибарҙы бит-йөҙөнә биреүсән. Әммә кешенең йәшен, үҙен тәрбиәләү кимәлен ҡулдарының торошона ҡарап та билдәләргә мөмкин, ти косметологтар, шуға күрә улар ҙа даими иғтибар талап итә.
Көҙгө һалҡындар башланыу менән ҡул тиреһе тиҙ ҡуҙғыусанға әйләнә, кибә, ярыла башлай. Бының сәбәптәрен ҡарап үтәйек.
1. Дымлылыҡтың кәмеүе. Тыштағы һыуыҡ ҡоро һауа һәм өйҙәге йылылыҡ арҡаһында тәндең дымлылығы кәмей. Быны булдырмау өсөн урамда һәр саҡ бирсәткә, бейәләй кейергә тырышығыҙ, өйҙә лә, эш урынында ла һауаны дымландырыу сараһын күрегеҙ (бөгөн магазиндарҙа һәр төрлө ҡорамалдар, аппараттар күп). Ҡул өсөн тәғәйен кремдар ҡулланығыҙ, ләкин уларҙы берүк тышҡа сығыр алдынан һөртмәгеҙ, был кире һөҙөмтә бирер. 2. Эҫе душ һәм ванна. Йылыныу маҡсатында эҫе һыу менән ҡойоноу, ваннала оҙаҡ ятыу тән тиреһенең торошона кире йоғонто яһай. Тыштан ни тиклем өшөп инһәгеҙ ҙә, эҫе душ йәки ванна ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Башҡа төрлө юлдар менән йылынып, йылымы