Тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә әйтеп аңлатҡыһыҙ хозур был яҡтар. Әле ҡарағай, шыршы ағастары йәйҙең йәшел төҫөн һаҡларға теләгәндәй йәм-йәшел ултырһа, ҡайындар һап-һары төҫкә мансылған. Армыт-армыт тауҙар, ҡаялар ҡосағынан бормаланып-бормаланып Йүрүҙән йылғаһы аға. Юҡҡамы ни милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тыуған төйәгенең гүзәллеген маҡтап шиғырҙар яҙған! Ошолар хаҡында уйланым был төбәккә аяҡ баҫҡас.
Район үҙәгенән егерме километр самаһы алыҫлыҡта Ҡыҙырбаҡ ауылы. Бөгөн бында бер нисә ғаилә генә йәшәй. Ауылдан бер саҡрым самаһы ситтә төбәктә беренселәрҙән булып асылған “Ләзә” фермер хужалығы биләмәһендәбеҙ. Дөрөҫ, бында әлегә эш башланып ҡына тора. Сәйәхәт итергә, ҡаялар, тауҙар ҡыҙырырға яратҡан Эдуард Шәрәфетдинов менән Марат Миңлебаев та сираттағы сәфәрендә тап ошо яҡтарға килеп юлыға. Кескәй генә Ләзә шишмәһендә бағыр балығы йәшәүен белгәс, егеттәрҙең күңелендә тап ошонда уларҙы үрсетеү буйынса эш башлау хыялы бөрөләнә. Дәртле дуҫтарҙың ниәтен район хакимиә
