Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яман ауырыу урап үтһен

23 сентябрҙә Бөтә донъя түш биҙҙәре яман шешенә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.

Түш биҙҙәренең яман шеше – ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң киң таралған онкологик сир. Республика клиник онкология диспансерының түш биҙҙәре шештәре бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Марат Ғәлиәкбәр улы Ғәлиев менән әңгәмәбеҙ заман афәтенә әйләнә барған ошо ауырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булыу зарурлығы, сирҙе аҙҙырмау мөмкинлектәре тураһында.

– Бөгөн донъя кимәлендә лә, илебеҙҙә лә түш биҙҙәре яман шешенә бәйле хәл-тороштоң көсөргәнешле булыуы тураһында йыш ишетергә, уҡырға тура килә...

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәр ысынлап та ҡатмарлы, әммә беҙҙә йәмәғәтселек был сирҙең бөтә хәтәрлеген аңлап етмәй әле. Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙа асыҡ­ланған яман шеш осраҡтары араһында түш рагы беренсе урынды биләй – яман ауырыуға дусар һылыуҙарҙың 19 проценты ошо сирҙән яфалана.

Халыҡтың күп өлөшө үҙ сәлә­мәтлегенә битараф, “Ауырт­мағас, ниңә табипҡа йөрөргә?” – тип һанай. Һәр һигеҙенсе гүзәл заттың түш яман шеше менән ауырып китеүе ихтимал. Был хәүеф 40 йәштән һуң йылдан-йыл арта бара. Төп проблема шунда: 30 проценттан ашыу осраҡта сир һуң, һауығыу мөмкинлектәре кәмегәс, асыҡлана.

– Сиргә ҡаршы көрәштә ниндәй алымдар һөҙөмтә­лерәк? Гүзәл зат нимәләрҙе белергә, иғтибар итергә тейеш?

– Түш яман шешенә ҡаршы көрәштең иң һөҙөмтәле алымда­рының береһе – үҙ-үҙеңде тикшереү. Күрем башланғандан һуң алтынсы-ун икенсе көндәр арауығында ай һайын көҙгө алдында түштәрҙе тикшерергә кәрәк. Тире күгәреберәк, ҡыҙа­рыбыраҡ, шешмәкләнеп, бөрө­шөбөрәк, эскә тартылыбыраҡ тормаймы? Түштең остары икеһе бер кимәлдәме, батыбыраҡ китмәгәнме? Уларҙан ҡан ҡатыш эренле бүлендек сыҡмаймы? Һул ҡул менән уң түште, уң ҡул менән һул түште ашыҡмайынса тикше­регеҙ, ҡултыҡ аҫты төйөрҙәрен дә ҡарағыҙ. Саҡ ҡына тығыҙ урын да, һиҙелер-һиҙелмәҫ төйөр ҙә, тиренең аҙ ғына үҙгәреүе лә һеҙҙе һағайтырға тейеш.

Шулай уҡ медицина тикше­реүе, диспансеризация үтеүгә яуаплы ҡарарға кәрәк. Ваҡы­тында маммологка күренеп тороу, түш биҙҙәренә ультра тауыш тикшереүе, 40 йәштән һуң маммография үтеү ҙә сирҙе про­филактикалауҙа мөһим роль уйнай. Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, ваҡытында бәпәй табып, уны күкрәк һөтө менән туҡландырыу ҙа түш яман шеше ҡурҡынысын кәметә.

– Ә хәүеф төркөмөнә кемдәр ҡарай?

– Түш яман шеше осраҡта­рында генетик факторҙың мөһим урын биләүе – күптән раҫланған дәлил. Шуға күрә яҡын туғандары – әсәһе, апай-һеңлеләре был ауырыуға тарыған ҡатын-ҡыҙҙар үҙ сәләмәтлегенә айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Күҙәнәктәрҙең дөрөҫ үҫеше өсөн яуаплы BRCA-1, BRCA-2 тигән гендарҙағы үҙенсәлекле тай­пылыштарҙы ҡан анализы ярҙамында асыҡлайҙар. Шулай уҡ гормондар эшмәкәрлегендә тигеҙлек боҙолған, йәғни күреме иртә башланған, 53-55 йәштән һуң туҡталған, бала тапмаған йәки һуң әсәй булған, йыш аборт яһатҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хәүеф төркөмөнә ҡарай. Артыҡ ауыр­лыҡ, тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу ҙа сирләү ҡурҡынысын бермә-бер арттыра. Оҙайлы ваҡыт көсөргә­нештә йәшәү, иммунитеттың насарайыуы ла яман шештең баш ҡалҡытыуына булышлыҡ итеүе бар.

– Һеҙ килтергән дәлил­дәрҙән тән земберҙәп китә. Әммә был яман ауырыуға бәйле хәл-торошто үҙгәртеү, яҡшыға өмөт итеү ҙә мөм­киндер бит...

– Әлбиттә, мөмкин. Бының өсөн үҙ һаулығыңа аҙ ғына иғтибарлыраҡ булыу зарур. Диагноз ваҡытында ҡуйылһа, асыҡланған шеш ни тиклем бәләкәй булһа, дауалау уңышына өмөт шул тиклем ҙур. Баш­ҡортостанда был ҡатмарлы сирҙе дауалау замандың һуңғы талаптарына ярашлы, бөтә донъя­ла раҫланған алдынғы алымдар буйынса алып барыла. Башта химия терапияһы менән шештең күләмен бәләкәсәйтеү операция ваҡытында туҡыма­ларға ныҡ зыян килтермәҫкә ярҙам итә. Ә гүзәл заттың һаулығы, матурлығы өсөн генә түгел, күңел торошо, тормош сифаты өсөн дә был бик мөһим. Түш алынған хәлдә лә, артабан уны тергеҙергә тәҡдим итәбеҙ. Юғары технологиялы ул операциялар бушлай, йәғни Мотлаҡ медицина страховкалауы иҫәбенә башҡарыла.

Һуңғы йылдарҙа түш биҙҙәре рагын иртә диагностикалауҙың яҡшырыуын билдәләп үтергә кәрәк. Сире I – II стадияла асыҡланыусы гүзәл заттар дөйөм ауырыуҙарҙың 70 проценттан ашыуын тәшкил итә, уларҙың 90-95 проценты тулыһынса һауыға.

Ҡатын-ҡыҙҙарға: “Түштәрҙәге бәләкәй генә үҙгәреш тә табипҡа барыуға сәбәп булырға тейеш”, – тип мөрәжәғәт иткем килә, сөнки һеҙҙең һаулыҡ – ғаиләгеҙ именлеге, балаларығыҙҙың матур киләсәге ул.

– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы хаҡына башҡарған яуаплы, тынғыһыҙ хеҙмә­тегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне