Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы тыйыу идеяһын яҡлап сыҡты.

Был хаҡта Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге хәбәр итә. Күпселек (83%) телефондарҙың уҡыуға ҡамасаулауын билдәләй.

Респонденттарҙың өстән ике өлөшө тыйыу уҡыусыларҙың барыһына ла ҡағылырға тейеш, тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 17 проценты гаджеттар ҡулланыуҙы тыйыуҙың һөҙөмтәһе булырына икеләнә.

Автор: Д. АРЫҪЛАНОВА