Исламда тәбиғи ризыҡ менән туҡланыуға ҙур урын бирелгән. Ә быйылғы йәй йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн бик ҡулайлы булды. Һөҙөмтәлә көҙөбөҙ мул уңыш менән һөйөндөрә. Йәшелсә араһында сөгөлдөр лайыҡлы урын биләй.
Тәмле лә, файҙалы ла булғанлыҡтан, уны хужабикәләр ҙә, диетологтар ҙа ярата. Сөгөлдөрҙө кемдәрҙер үҫтермәй, ә һатып ала икән, ҙурҙарына ынтылырға кәңәш ителмәй. Ундайҙарҙың күпселеге тәмһеҙ була.
Витаминын бөтөрмәҫ өсөн сөгөлдөрҙө бешергәндә һыуҙы һауытҡа тултырып ҡойорға ярамай. Ул йәшелсәне бер-ике сантиметр ғына ҡапларға тейеш. Һауыт ябыҡ булһын. Һыуға һеркә йәки лимон кислотаһы ҡушыу сөгөлдөрҙөң сағыу төҫөн һаҡларға ярҙам итер.
Был йәшелсәнән төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Күптәр уны салат өсөн ҡуллана. Был йәһәттән бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Ризыҡты әҙерләү өсөн 400 грамм сөгөлдөр, 120 грамм ҡаймаҡ, ярты аш ҡалағы керән, шул уҡ күләмдә шәкәр, бер аш ҡалағы һеркә, кәрәгенсә дәрсен, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр алына.
Яҡшы йыуып таҙартылған сөгөлдөрҙө шаҡмаҡлап турайбыҙ. Кәстр