Өлкән кешене “йәш” тип әйтеп булмауы билдәле, сөнки үҙеңде һәйбәт тойғанда ла, организмдағы үҙгәрештәрҙең ҡотолғоһоҙ икәнен яҡшы аңлайһың. Әммә сәстәрҙең салланыуы, битте һырҙар баҫыуы ғына ҡартлыҡ килгәнде аңлатмай. Шулай ҙа… кем һуң ул ҡарт кеше?
Ә бит ҡасандыр егермене уҙғандарҙы ла ололар рәтенә индергәндәр. Урта быуатта был йәштәге ҡыҙҙарҙы “әбей”ҙәргә тиңләгәндәр. Тарихтан белеүебеҙсә, 12-13 йәшкә етеү менән үҫмерҙәрҙе өйләндерә, кейәүгә бирә һалғандар. Тик беҙ бөгөн урта быуатта йәшәмәйбеҙ, егерме йәшлектәр инде үҙаллы тормошто, ярһыу йәшлекте, сәскә атҡан осорҙо символлаштыра.
Хәҙерге заманды ла аңлауы ҡыйын. Бәғзе эш биреүселәр ҡырҡҡа яҡынлашҡандарға ла ҡырын күҙ менән ҡарай башлағас, унан өлкәнерәктәргә ни ҡылырға? Ә бит был йәштә кеше тәжрибә туплап, һөнәри яҡтан үҫешеп, киләсәккә ышаныс менән ҡарай ғына башлай. Тап ошо осорҙа ул аныҡ маҡсат ҡуйып, үҙ көсөн баһалап, һәр аҙымы өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәнә.
Рәсәй ғалимдарының әйтеүенсә, һуңғы осорҙа кешенең биологик йәш