Бөгөн донъяла дүрт миллиард халыҡ интернеттан файҙалана. Былтыр ғына 200 миллион кеше беренсегә мобиль яйланмаға эйә булған. Хәҙер 7,6 миллиард кешенең өстән ике өлөшөнөң кеҫә телефоны бар.
Һуңғы бер йылда социаль селтәрҙәргә яҙылыусыларҙың һаны бер миллионға артҡан. 11 секунд һайын яңы ҡулланыусы өҫтәлгән тигән һүҙ был. Ай һайын “Бәйләнештә”гә, “Класташтар”ға, “Фейсбук”ка, “Инстаграм”ға һәм башҡаларға өс миллиард кеше инә, уларҙың ундан туғыҙы – смартфон йә планшеттан.
Виртуаль киңлектә уҙғарған ваҡыт күләме лә үҫә. Әле планета кешеһе көнөнә уртаса алты сәғәтен интернетта үткәрә.
Рәсәйҙә лә был һандар үҫеш юлында. Халыҡтың 47 проценты социаль селтәрҙәрҙә теркәлгән. 55,9 миллионы унда мобиль яйланмалар аша инә, көнөнә уртаса 2 сәғәт 19 минутын сарыф итә. Ә интернетта бөтәһе алты сәғәт ярым ваҡытын уҙғара. Кешеләрҙең 85 проценты унан көн дә файҙалана.
Мобиль интернетты 91,4 миллион халыҡ әүҙем ҡуллана. Иң популяр мобиль ҡушымта – WhatsApp, артабан Viber, “Бәйләнештә”, “Онлайн Һа