Иртәгә – Белем көнө. Ошо уңайҙан ғилемгә, һөнәр өйрәнеүгә бәйле ҡайһы бер аят-хәҙистәрҙе, хикмәттәрҙе, нәсихәттәрҙе йәнә бер ҡат иҫкә төшөрәйек. * “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы!” * “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрән”. * Берәй кеше ғилем өйрәнеү юлына аяҡ баҫһа, Аллаһ Тәғәлә уға йәннәткә кереү юлдарын еңеләйтер. * Матур яҙыу – ғилемдең яртыһы. * Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, уға уҡытыусы булараҡ бөтөн ғилемде өйрәткән. Был фәрештәләрҙә ҙур борсолоу тыуҙырған. “Эй, Раббым, әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды инде? – тигән улар Аллаһ Тәғәләгә. – Ул уй-ниәтеңде тормошҡа ашырмаһа, Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек ойошторһа, ни ҡылырһың?” Яуап иһә шулай яңғыраған: “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ: мин уға ғилем бирҙем”. * Атай кеше улын баҫыуға алып сыҡҡан. Унда арыш башаҡтарының берәүҙәре эйелгән, икенселәре күккә туп-тура ҡарап ғорур үҫеп ултыра икән. “Атай, был ни хикмәт? – тип ғәжәпләнгән малай. – Ниңә улар бер төрлө түгел?” Атаһы