Хәҙерге заманда йәштәрҙең ауылда ҡалырға атлығып тормауы барыһына ла мәғлүм. Ә бына Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында беҙ бөтөнләй икенсе күренешкә шаһит булдыҡ.
Асҡар Ишбирҙин – ошо ауыл егете. Республика башҡорт лицей-интернатын тамамлағас, Свердловск өлкәһенең танк ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәтен башлай һәм уны Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында тамамлай. Унан һуң Башҡорт дәүләт университетының география факультетында геология йүнәлеше буйынса белем ала.
Асҡар беренсе курста уҡығанда уҡ лаборант-тикшеренеүсе булып эшкә урынлаша. Бакалавр дипломын алғас, “Башнефтегеофизика” йәмғиәтендә хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ ваҡытта һайлаған һөнәре буйынса магистратурала уҡырға ла ваҡыт таба тырыш егет. Географияға һөйөү әсәһенән килә: Рима Рәшит ҡыҙы Иҫке Бәпес мәктәбендә ошо фән серҙәренә төшөндөрә.
Ярайһы уҡ яҡшы эшкә урынлашыуына ҡарамаҫтан, егеттең күңеле ауылға тартыла, әммә унда эш табыу мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Ниһайәт, былтыр шундай мөмкинлек тыуа: Иҫке Бәпес мәктәбе директ