Нимә ул ғаилә? Ир менән ҡатын һәм балалар ғынамы? Улай ҙа уйларға була. Ғаилә – үҙенең закондары булған кескәй дәүләт тә ул. Социологтар бер ҡалала йәш кейәүҙәрҙең тормошон өйрәнгән. Уларҙың 90 проценты яратышып өйләнешеүҙәре тураһында белдергән, ләкин бөтә ғаиләләр ҙә бәхетле булып сыҡмаған. Ни өсөн шулай? Ваҡыт үтеү менән мөхәббәт һүнгәнме, әллә һөйөү хистәре ысын булманымы икән?
Айырылышҡан ғаиләләр һаны һуңғы йылдарҙа арта бара. Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, законлы никах нигеҙендә өйләнешеүселәрҙең өстән бере – тәүге йыл эсендә, йәнә биш йыл самаһы йәшәгәс айырыла икән. Тимәк, күберәк йәш ғаиләләр тарҡала. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа йәшләй өйләнешкән парҙар һаны арта. Ауылдарға ҡарағанда бындай осраҡ ҡалаларҙа йышыраҡ күҙәтелә.
Шундай статистиканан һуң борсолоулы уйҙар тыуа. Мул тормошта йәшәп тә, йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, йәғни никахы тотороҡло түгел. Ә бит оло быуын кешеләре, ни тиклем ауыр осорҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, тигеҙ ғүмер иткән, оҙаҡ йылдар донъя көтөп, шатл