Найти тему
Новости Башкирии

Сүп өҫтөнә сүп йыйыла

Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарын юҡ итеү эше алып барыла. Бының өсөн муниципалитеттар яуаплы. Ошо турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән кәңәшмәлә әйтелде. Ведомствола икенсе зона өсөн яуаплы төбәк операторы һәм ошо биләмәгә ингән район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыу уҙҙы. Төбәк операторы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү, йәки уларҙы эшкәртеү өсөн яуаплы. Ә муниципалитеттар рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе юҡ итергә тейеш. Әммә барыһы ла ошондай тәртипте аңлап етмәй. Шуға район һәм ҡалалар менән етди аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк, тиелде ултырышта. Башҡортостан биш зонаға бүленгән. Һәр биләмә өсөн төбәк операторы яуаплы. 2019 йылдан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләү яңыса башҡарыла.