Видео
Статьи
2 месяца назад
Кемдең һүрәттәре иң күп тауыш йыясаҡ? "Мин донъяны һүрәтләйем" конкурсының 2024 йылдың 1-се квартал еңеүселәрен һайлайбыҙ, дуҫтар. Бөтәһе – 58 ҡатнашыусы (улар ике өлөшкә бүленгән). Тауыш биреү 9 апрель башлана һәм 17 апрель тамамланасаҡ. 1-се, 2-се һәм 3-сө урындар алған конкурсанттарҙы журналыбыҙҙың Рәхмәт кәлимәләре һәм бүләктәр көтә! amanat.su/...491
2 месяца назад
"Күҙ менән ҡаш араһы" фотоконкурсының 2024 йылдың 1-се квартал еңеүсеһен һайлайбыҙ, дуҫтар! Бөтәһе – 43 ҡатнашыусы. Тауыш биреү беҙҙең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә барасаҡ. 2 апрель башлана һәм 9 апрель тамамланасаҡ. Еңеүсегә Рәхмәт кәлимәһе һәм монопод! amanat.su/...095
1 прочтение · 3 месяца назад
"Аманат"тың телеграм каналына рәхим итегеҙ! t.me/...ort
1 прочтение · 3 месяца назад
Улы һуғыштан ҡайтманы... Силәбе өлкәһенең Сосновский районы Долгодеревенский ауылының балалар сәнғәт мәктәбенең йәш рәссамы Владислава Исламова. 12 йәш.
2 прочтения · 3 месяца назад
Егеттәр үҙҙәре мәкерле!
“Аманат” журналы сайтында сыҡҡан “Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!” тигән мәҡәләне уҡығас, Рәмилгә яуап яҙырға булдым. “Аманат” журналы сайтында сыҡҡан “Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!” https://amanat.su/articles/m-gelek-ser/2023-12-17/b-t-n-y-ar-a-m-kerle-ik-n-3568534 тигән мәҡәләне уҡығас, Рәмилгә яуап яҙырға булдым. Үҙемдең “мөхәббәт тарихы”мды баштан яҙам. 17 йәшемдә тәүге мөхәббәтемде осраттым. Быға тиклем күпме егет минең менән танышыр­ға теләп, тәҡдим яһаһа ла бер кем дә оҡшамай ине. Ә Т.-ға нисектер ғашиҡ булдым да ҡуйҙым...
3 прочтения · 3 месяца назад
Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!
"Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!" тигән хат килеп төштө беҙҙең редакцияға. Ҡыҙҙар, егеттәр, ә һеҙ уның менән килешәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, комментарийҙарҙа бергәләп фекер алышайыҡ. Беҙгә хат яҙығыҙ! https://amanat...
3 прочтения · 3 месяца назад
Раузалы мөхәббәт
Раузалы мөхәббәт Алдан әйтелгән концерт булманы. Әртистәрҙең машинаһы боҙолған, тинеләр. Шуға клуб мөдире дискотека ойошторҙо. Мин заманса көйгә бейергә яратманым. Эскәмйәгә барҙым да ултырҙым. Бер ваҡыт Рөстәм оҙон кулдәгемдең итәгенә килеп ултырҙы. Тор тиһәм, йылмайып ҡына һүҙ башларға булды был. Мин ҡурҡышымдан нимә эшләргә белмәй киттем. Әхирәттәрем дә янда юҡ...
3 прочтения · 4 месяца назад
Тышаулы әтәс. Булған хәл
Беҙҙең үтенес буйынса олатай әтәсте тышаулап ҡуйҙы. Тәүҙә беҙгә ҡыҙыҡ булды. Әтәсте ирештереп, арытып бөттөк. Һикереп беҙҙе ҡыуып та ҡарай, ҡанаттары менән осоп та ҡарай, тик ары китә алмай. Бына беҙ рәхәткә сыҡтыҡ. Бар эште йәһәт кенә эшләп ҡуябыҙ. Ихатала ысын хужалар кеүек йөрөйбөҙ. Бер көндө шулай өйрәк бәпкәләрен ашатып йөрөгәндә Әлиәнең “әтәс” тип ҡысҡырғаны ишетелеп ҡалды...
2 прочтения · 4 месяца назад
Иих, ошо “быҙау”ҙааар...
“Аманат” журналының сайтында “Йәшелгүҙ мине әсир итте” тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Азамат исемле егет үҙен “быҙау”мын, бер ҡыҙҙы яратып йөрөйөм, тип яҙған. Мин дә был хаҡта үҙ фекерем менән уртаҡлашырға уйлайым. Эйе, заман башҡа – заң башҡа, ти халыҡ мәҡәле. Тик ниндәй дәүер булһа ла, егет кеше егет булырға тейеш. Типһә, тимер өҙөрлөк егеттәр, һеҙ ҡайҙа? Ни эшләп әлеге ваҡыт ошондай “быҙау”ҙар күбәйгәндән-күбәйә бара? Үҙенә яуаплылыҡ алып, ирмен тип йөрөгән егеттәр бик һирәк осрай бит...
2 прочтения · 4 месяца назад
Йәшелгүҙ мине әсир итте
Үҙебеҙҙең ауылда — башланғыс синыфтарҙы, артабан күрше ауылда 9-сы синыфты тамамлағас, беҙҙең ауыл балалары ошо урта мәктәпкә күсә. Мин барған 10-сы синыфта Гүзәлиә исемле матур ҡыҙ уҡый. Мин үҙемде батыр егет тип әйтә алмайым. Ауылда минән “быҙау” тип көләләр. Мөхәббәт ул — ҡыҙҙарға ғына хас тойғо тип, көлөп йөрөй торғас, Гүзәлиәнең йәшел күҙҙәрен күреү менән, көтмәгәндә уға ғашиҡ булдым. Уны күрһәм, бер эҫе, бер һыуыҡ булып китә, битем яна. Нисек башланды был хәл? Былтыр сентябрь айында яңы синыфташтарым менән уҡыу йылын башланым, барлығы — ете малай һәм 15 ҡыҙ...
2 прочтения · 4 месяца назад
Район гәзитендә баҫылған мәҡәләм әрмелә минең бәҫемде күтәрҙе
Армияға китергә бер аҙна ҡалғайны, район гәзитендә эшләгән дуҫым, “Әрмелә хеҙмәт итеү кәрәкме?” тигән темаға мәҡәлә яҙып бир әле, тигән үтенес менән килде. Атайым ғүмерен ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итеүгә бағышланы. Ул майор булып пенсияға сыҡты. Шуға ул миңә, әрмелә хеҙмәт итмәгән егет егет булмай, ти торғайны. Әлбиттә, дуҫымдың үтенесен кире ҡаҡманым. Атайым әйткән һүҙҙәрҙе лә ҡабатланым шул мәҡәләлә. Фекерҙәрем гәзиттә баҫылып сыҡҡанда мин Ленинград өлкәһенең Ладейное поле ҡалаһында урынлашҡан һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрендә хеҙмәт итеп йөрөй инем инде...
2 прочтения · 5 месяцев назад
"Яратҡан хайуаным менән" конкурсы. Тауыш биреү башланды "Аманат" журналы өр яңы фотоконкурс иғлан итә. Ул "Яратҡан йәнлегем менән" тип атала. 18-22 декабрь асыҡ тауыш биреү буйынса еңеүсе билдәләнәсәк. Еңеүсене бүләк көтә! Ошо һылтанма аша үтеп тауыш бирәбеҙ: vk.com/...4af