Статьи
"Банктан" шылтыратһалар нимә эшләргә? Ә һеҙ бының ысын банк хеҙмәткәре икәнен беләһегеҙме һуң? Был осраҡта телефонды һалығыҙ ҙа ҡабаттан банкҡа шылтыратығыҙ. Сығанаҡ: МВД-ның матбуғат хеҙмәте.
Һынауҙар кешеләрҙе көслөрәк итте
Һынауҙар кешегә юҡҡа ғына бирелмәйҙер. Ирекһеҙҙән билдәле яҙыусыбыҙҙың ошо хаҡта уйланыуҙары иҫкә төшә: ”...ғөмүмән, кешегә кисерештәр, упҡын янындағы ҡая башына менеп ҡарап тороуҙар, тетрәнеп алыуҙар кәрәктер. Ҡолағыңды булһа ла туңдырып алмайынса, бармағыңды бер тапҡыр булһа ла утҡа тығып алмайынса, боҙҙоң да, уттың да ни икәнен төшөнөп етмәйһеңдер”. Беҙ ҙә бөгөн һәр кемгә ҡағылған тормош имтихандары, ҙур һынауҙар алдында торабыҙ. Кемдең-кемлеген асыҡлаған,тыуған илдең намыҫын һаҡлаған, сал тарих һабаҡтарын ҡат-ҡат иҫкә төшөргән заман...
Ҡотлайбыҙ!
Фәрит Фәтих улы Ырымбур ҡалаһында тыуған. 1980 йылда Пётр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижёрлыҡ факультетын тамамлағандан һуң Ульяновск юғары хәрби-команда элемтә училищеһы дирижёры итеп тәғәйенләнә. 1986 йылда Фәрит Фәтих улы башланғысы менән Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһының тәүге профессиональ тынлы оркестры ойошторола, һәм ул уның етәксеһе, баш дирижёры булып эшләй. 2002 йылда Рәсәйҙең ҙур театрында ассистентура-стажировканы тамамлағас, Фәрит Иҙрисов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестры дирижёры вазифаһына эшкә саҡырыла...
Һыу инәм тип үҙен әрәм иткән
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралыған хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән Учалы районының Ҡалҡан ауылы янындағы Ҡалҡан күлендә фажиғәле хәл булған. Ваҡиға шаһиттар әйтеүенсә, һыу ингәндә 23 йәшлек ир батып үлгән. Учалы ҡалаһының ирекле янғын һүндереү командаһы уны эҙләй. Һәр ваҡыт иҫтә...
Иң хәүефһеҙ ысул һайланған
Асыҡ тыңлауҙар барышында Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын рекультивациялау проектының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһона баһа бирелде. Эштәр 2025 йылға планлаштырылған. Сүплекте бөтөрөү “Экология” милли проекты ярҙамында мөмкин булды. Рөхсәт ителмәгән сүплектең майҙаны 19 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Фекер алышыуҙар барышында "Инжинирингстройсервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры Виталий Запольских сүплекте рекультивациялауҙың дүрт ысулы менән таныштырҙы...
Уҡыусылар уңыштары менән ҡыуандыра
МӘҒАРИФ Июль – сығарылыш уҡыусылары өсөн иң яуаплы, тулҡынландырғыс осорҙарҙың береһе, сөнки кисәге мәктәп уҡыусылары бөгөн үҙенең күңеленә ятҡан һөнәргә эйә булыу өсөн уҡыу йорто һайлау, документтар тапшырыу менән мәшғүл. Быйыл республика мәктәптәрендә IX класты тамамлаған 50 меңдән ашыу һәм XI кластан һуң 15 меңгә яҡын йәш егет һәм ҡыҙға аттестат тапшырылды. Олимпиадаларҙа еңеүселәр арта 2023/2024 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан 52 уҡыусы Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһы еңеүсеһе булып танылды...
Туймазылар етештереү ҡеүәтен арттыра
Туймазының пластик торбалар заводы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Предприятие төрлө тәғәйенләнештәге полиэтилен, полипропилен, ПВХ торбалар сығара. Шулай уҡ термопластавтоматтан да әйберҙәр етештерә. Милли проектта ҡатнашыу Туймазы компанияһына өҫтәмә сығымдарһыҙ етештереүсәнлекте кәмендә ике тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. Шуға ла завод етәкселеге республика Хөкүмәте һәм төбәктең компетенциялар үҙәге менән тейешле килешеү төҙөнө...
Баш ҡала урамдары хәүефһеҙерәк була бара
Башҡортостандың Өфө ҡала агломерацияһында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә “аҡыллы” светофорҙар ҡуйыуҙы дауам итәләр. Белгестәр Зорге, Вологда, Сочи, Софья Перовская, Комаров, Кувыкин, Урман техникумы, 8 Март, Октябрҙең 50 йыллығы, Комсомол, Үҙәк һәм башҡа урамдарҙағы юл саттарында 39 объектты яңырта. Шулай уҡ 110 транспорт ағымы детекторы һәм 70 видеокүҙәтеү камераһы эшләнә. Улар онлайн тәртиптә транспорт хәрәкәтен көйләргә, ағымдың тығыҙлығын анализларға ярҙам итәсәк. 2024 йылдың июленә ҡала урамдарында 101 светофор объекты эшләй...
Республикала тәүге модулле мәшғүллек үҙәге төҙөлә
“Демография” милли проектына ярашлы, Сибайҙа Башҡортостанда беренсе модулле мәшғүллек үҙәге төҙөлөшө башланды. Ике ҡатлы бинаны көҙгә сафҡа индерергә тейештәр. Бинала заманса интерьер, асыҡ мөхит булдырыласаҡ, ҙур экран ҡуйыласаҡ, электрон сират, клиенттар өсөн һанлы сервис, яңы йыһаздар һәм техника буласаҡ. Башҡортостан – “Демография” милли проектына ярашлы мәшғүллек хеҙмәттәрен комплекслы яңыртыу программаһына ингән 12 төбәктең береһе. Ошо проектҡа ярашлы заманса 69 “Работа России” кадрҙар үҙәге төҙөләсәк...
Һалдаттарға 35-се селтәр үрелде
Бүздәк районының Әмир ауылы уңғандары махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Аҡса йыйып кәрәк-яраҡ алалар. Маскировка селтәре үреү буйынса ла ҙур эш ойошторолған. Бының өсөн махсус станок та эшләп алғандар. Ә яңыраҡ улар 35-се селтәрҙе үреп бөткәндәр. Әлиә Тимерйәнова, Нурия Ишмаева, Тәнзилә Исмәғилева, Зөлфирә Мансурова, Розалия Ниғмәтуллина, Зөбәйҙә Ғиләжева, Эльвира Ниғмәтуллина, Динар Гәрәев кеүек уңғандар яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә...
Иммунитетты нисек нығытырға?
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөтә донъя аллергия менән көрәш көнө айҡанлы 8 -14 июлдә Иммун системаһын һаҡлау аҙнаһын иғлан итте. Организмдың иммун системаһы беҙҙе сир таратыусы микроорганизмдар һәм вирустар тәьҫиренән һаҡлай, өҫтәүенә микробтар һәм паразиттарҙан ғына түгел, ә үҙ организмыңдың контролдән сыҡҡан күҙәнәктәренән дә. Иммунитетты нимә ҡаҡшата? Йәшәү рәүешен дөрөҫ ойоштормау (алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтләнеү); Стрестар, депрессия, төшөнкөлөк, арыу-талсығыу, насар йоҡо; Тирә-яҡ мөхит; Дөрөҫ туҡланмау...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостан юлдаш телеканалы Өфө хосписы тураһында фильм төшөргән. Өфө хосписының беренсе йылындағы эше тәүге тәрбиәләнеүселәренә ауыртыныуһыҙ, уңайһыҙланыуһыҙ һәм шелтә-битәрһеҙ, "ҡасан да бәхет килер" тигән иллюзияһыҙ тормош бүләк итте, иртәгә түгел, ә бына әлеге ваҡытта ысынлап йәшәү өсөн өмөт бирҙе. Ул төбәгебеҙҙең байтаҡ ғаиләһенә ярҙам итте. Тапшырыуҙы 13 июль 19.00 сәғәттә ҡарай алаһығыҙ.
Видео