Статьи
“Мәктәптә спорт залының булмауы бер ниндәй ҙә кәртә түгел!”
Конкурста киләһе ҡатнашыусыбыҙ – Солтанов Айбулат Мохтар улы. Ул 1964 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында донъяға килгән. Бала саҡтан спорт яратып үҫкәс, Айбулат Мохтар улына һөнәр һайлау ҡыйын булмай. Тәүҙә ул Магнитогорск педагогия училищеһының физик культура факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын иһә 1982 йылда Таштимер урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Конкурсантыбыҙ әлеге көнгәсә хеҙмәтенә тоғро ҡалып, Әбйәлил районының Яңы Балапан урта мәктәбендә эшләй. Эш стажы – 42 йыл...
Бөрйәндә ямғыр һыуы арҡаһында тауҙарҙан ер ишелеп төшкән
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, әлеге мәлгә өс райондағы хәл ҡотҡарыусыларҙың иғтибар үҙәгендә тотола: Стәрлетамаҡ районында һәм Өфөлә ике юлды һыу баҫҡан, Бөрйән районында иһә ике ауыл араһындағы юлға тауҙан аҡҡан һыу менән ер ишелеп төшкән. Байназар менән Мораҙым ауылдары араһындағы тау битләүендә лә ошо сәбәпле юл ябылған ине. Көн дауамында ҡотҡарыусылар юлды таҙартҡан. Эштәр әле лә бара. Автомобилдәргә ирекле үтеү мөмкинлеге булдырылған. Йорттарҙы һыу баҫыу осраҡтары теркәлмәгән...
1 прочтение · 8 часов назад
Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе?
Ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған ҡымыҙсылар фестивале быйыл да Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында үтте. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, байрамға өс меңдән ашыу кеше килгән ине. Быйыл сарала республиканың 13 районынан 18 ҡымыҙсы ҡатнашты. Фестивалгә килеүселәр иһә һәр кемдең ҡымыҙын эсеп ҡарап, оҡшаған эсемлек өсөн тауыш бирҙе. Был һөҙөмтәләр буйынса “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһы билдәләнәсәк. Жюри ағзалары – Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов, Башҡортостандың Ветеринария...
Ямғыр Аллаһтың рәхмәте генә түгел, ә халыҡҡа язаһы булыуы ла мөмкин
Аллаһ рәсүле Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм ямғыр башланыр алдынан бер аҙ бошоноулы хистәр кисергән. Сөнки ямғыр Аллаһтың рәхмәте генә түгел, ә халыҡҡа язаһы булыуы ла мөмкин. Шуға ул былай тип доға ҡылған: اللَّهُمَّ إِنِّی أَسْأَلُكَ خَيْرَهَا وَ خَيْرَ مَا فِيهَا وَ خَيْرَ مَا أُرْسِلَتْ بِهِ وَ أَعُوذُ بِكَ مِنْ شَرَّهَا وَ شَرِّ مَا فِيهَا وَ شَرِّ مَا أُرسِلَتْ بِهِ "Әллаһүммә иннии әс'әлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһи үә әғүүҙү бикә мин шәрраһәә үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһи...
“Эй, аҡыллы атҡайым!..”
Был матур йөкмәткеле видеояҙма менән үҙенең сәхифәһендә Разалия Итбаева уртаҡлашты. “Йорт хайуандарының шул хәтлем дә аҡыллы, тоғро булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ шул! Был видео миңә тәү күреүҙән күңелемә ятты. Һеҙгә лә оҡшар, ә Әминә апайым үпкәләмәҫ тип уйлайым))) Һөйкөмлө, шул хәтлем дә шәп бейәһенең исемен генә онотҡанмын”, - тип яҙҙы ул видеолағы ат тураһында. “Көтөү көтәбеҙ. Һыйырҙар ялға туҡтағанда беҙ ҙә ял итәбеҙ. Юҡ, үпкәләмәйем...
Тыныс йоҡла, матурҡай Зәлифә...
Өфөлә ике аҙна дауамында полиция, ирекмәндәр һәм туғандары 48 йәшлек Зәлифә Б. исемле ҡатынды эҙләнеләр. Ул 15 июлдә ғәйеп булғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булманы, ҡатын үле килеш табылды. Зәлифә сығышы менән Әбйәлил районынан. Уның ике ҙур ҡыҙы бар, тип яҙа "КП-Өфө" баҫмаһы. Ҡатын юғалған көндән алып яҡындары үҙенә урын таба алмай. Ул бәйләнешкә сыҡмай башлау менән полицияға юғалыуы тураһында ғариза биргәндәр. Шулай уҡ “Лиза Алерт” ирекмәндәре лә эҙләү менән шөғөлләнгән. Ике аҙна үткәс, 29 июлдә ирекмәндәр ҡатынды үле килеш табыуы тураһында хәбәр итте...
Ҡабаҡтан торт эшләйек әле
Баҡсала йәшелсәләрҙең өлгөргән, иң файҙалы ваҡыты. Ишембай районының Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина ла быйылғы уңыштан ҡәнәғәт. Яҡындарын ҡабаҡ торты менән дә һыйлап өлгөргән. “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла ошо тәмле һәм файҙалы ризыҡты бешерергә кәңәш итте. - Өйҙә ҡабаҡ тортын бик яраталар. Быйыл баҡса шәп булды, ҡабаҡтар ҙа уңды. Ҡунаҡтар килһә лә, балалар ҡайтһа ла бешерәм. Ҡырғыс аша ҡырып, туңдырғысҡа ла һалып ҡуям...
"Лес" урман ҡырҡмай, ә дошманды ҡыра
Любовь Рәхимова – Ейәнсура районының Ишемғол ауылында ("Энәк" совхозының Үҙәк усадьбаһы) йәшәй. Бөгөн уның ире, өлөшләтә мобилизацияға ярашлы, Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ә Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәнгә хәтлем Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы магазинда эшләгән. – Тормош иптәшем менән өс бала тәрбиәләйбеҙ, "барыһы ла – балалар өсөн!" тигән девизды алдыбыҙға алдыҡ, – тип һөйләй Иҫәнғол ауылындағы район мәҙәниәт йортоноң вахтеры Любовь Васильевна. – Иремдең позывнойы – "Лес"...
Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡыйыу ниәт ҡорған
Бөгөн билдәле әҙибә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Тәнзилә Сәлих ҡыҙының тормошто яратыуына, дәртле булмышына, ҡыйыулығына һоҡланмай сара юҡ – ситтәрҙе генә түгел, үҙен яҡындан белгән кешеләрҙе лә ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Әҫәрҙәрен мөмкин тиклем тормошсан итер, геройҙарын ғәҙел һынландырыр өсөн ул, әйтәйек, Себерҙең ҡаты шарттарында тир түккән хеҙмәт кешеләре янына барып, уларҙың башынан үткәнде кисерә; ғаиләһенә...
Һәләк булған ун кешенең бишәүһе бала
Бөгөн Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында матәм көнө иғлан ителде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 1 августа бында биш ҡатлы торлаҡ йортта газ шартлауы арҡаһында йорттоң бер өлөшө емерелеп төштө. Кешеләр емереклектәр аҫтында ҡалды. Әлеге ваҡытта эҙләү-ҡотҡарыу эштәре тамамланған. Фажиғә һөҙөмтәһендә ун кеше һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бишәүһе - балалар...
Туйҙа 30 меңгә шампан шарабы һатып алған
Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинова Күкмара яҡтарында туйҙа булып ҡайтҡан. “ИБ банда”һындағы бейеүсе егет Илфат Ғәзиев кәләш алған һәм уның туйы концерт кеүек үткән. "Банда" башлығы мәжлестә 30 мең һумға шампан шарабы һатып алып, йәштәрҙең ғаилә ҡаҙнаһын да байытып ебәргән. Ҡиммәтле эсемлекте бәпәй туйында асырға һүҙ ҡуйышҡандар. Йырсы йәш ғаиләгә матур теләктәрен еткерә. “Оҙаҡ йылдарҙан һуң “рәхмәт һиңә, атаһы, балаларыбыҙ өсөн”, “рәхмәт, әсәһе, мине ер йөҙөндәге бәхетле ир итә алғаның өсөн” тип әйтергә яҙһын...
Видео