Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Май аҙағында һәм июндә сюрприз көтә

Май уртаһында Башҡортостанда һауа торошо ярайһы уҡ эҫе булды. Айҙың ҡалған ике аҙнаһында термометр бағанаһының +20, +25 градусҡа тиклем төшөүе, башлыса, +30 градусҡа яҡыныраҡ булыуы көтөлә. Синоптиктар һауа торошоноң эҫе булыуын фаразлай. Май аҙағына һәм июнгә “Фобос” үҙәге белгестәре ентекле фараз бирҙе. Улар билдәләүенсә, һауа температураһының 21-23 һәм 28-31 майҙа +20, + 23 градусҡа тиклем бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә. Ҡалған көндәрҙә ныҡ эҫе була. 2 июндән көндөҙ +30 градусҡаса һәм төндә +16 градустан юғарыраҡ эҫе килә. Сираттағы һыуытыу 9 июндән башлана, һәм 14 июнгә тиклем һауа торошо тотороҡһоҙ була, һауа температураһы көндөҙ +13-тән +26 градусҡа тиклем үҙгәрә. 18-енән +25 градустан юғарыраҡ булыуы фаразлана. Төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһының +10-ҙан +16 градусҡа тиклем тирбәлеүе ихтимал. Ямғырлы көндәр аҙ була, айҙың икенсе яртыһында бер нисә көн яуым-төшөм көтөлә. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Оглавление
    Май аҙағында һәм июндә сюрприз көтә
Май аҙағында һәм июндә сюрприз көтә

Май аҙағында һәм июндә сюрприз көтә

Аномаль эҫе килә. Ә ямғырҙар...

Май уртаһында Башҡортостанда һауа торошо ярайһы уҡ эҫе булды. Айҙың ҡалған ике аҙнаһында термометр бағанаһының +20, +25 градусҡа тиклем төшөүе, башлыса, +30 градусҡа яҡыныраҡ булыуы көтөлә. Синоптиктар һауа торошоноң эҫе булыуын фаразлай.

Май аҙағына һәм июнгә “Фобос” үҙәге белгестәре ентекле фараз бирҙе. Улар билдәләүенсә, һауа температураһының 21-23 һәм 28-31 майҙа +20, + 23 градусҡа тиклем бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә. Ҡалған көндәрҙә ныҡ эҫе була.

2 июндән көндөҙ +30 градусҡаса һәм төндә +16 градустан юғарыраҡ эҫе килә. Сираттағы һыуытыу 9 июндән башлана, һәм 14 июнгә тиклем һауа торошо тотороҡһоҙ була, һауа температураһы көндөҙ +13-тән +26 градусҡа тиклем үҙгәрә. 18-енән +25 градустан юғарыраҡ булыуы фаразлана. Төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһының +10-ҙан +16 градусҡа тиклем тирбәлеүе ихтимал.

Ямғырлы көндәр аҙ була, айҙың икенсе яртыһында бер нисә көн яуым-төшөм көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.